Миәкә районының Боғҙан ауылы ағинәйҙәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса матур өлгө күрһәтә. Уларҙың изге башланғысына йәш килендәр ҙә ҡушылған. Ылау-ылау тәмлекәстәрҙе һалдаттарыбыҙға ебәреп торалар. Бөгөн сираттағы күстәнәстәр юлға сыҡҡан, аш-һыу оҫталары бауырһаҡ бешереп, алты ҡап ошо татлы ризыҡты оҙатҡан. “Бергәләп тә бешерҙек, һәр кем үҙ өйөндә лә әҙерләне. Ағинәйҙәр, йәш килендәр бергәләп күмәкләп тырышҡас, эшебеҙ ыраны. Арабыҙҙа бауырһаҡ оҫталары бик күп. Хәрби операцияла йөрөгән егеттәр өй йылыһын тойһон, тыуған еренең күстәнәсен тәмләһен тип тырыштыҡ", - тип һөйләне гүзәл заттар. Изге доғаларынан да өҙмәй улар яугиҙәрҙе. Ауыл мәсетендә , өйҙәрҙә ифтар (ауыҙ асыу) аштары уҙғарып, илгә тыныслыҡ, ир-егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуын теләп Ҡөрьән аяттары уҡытып торалар. Фото: Зөлхизә Әмирова архивынан.
Доғаларыбыҙ ҙа, тәмле ризыҡтарыбыҙ ҙа һалдаттарыбыҙ өсөн
9 апреля 20239 апр 2023
~1 мин