29 мартта Башҡортостан парламентының 52-се ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны. Министрҙар кабинеты етәксеһе төбәктең инвестиция мөхите тураһында һөйләне. Былтыр республика Хөкүмәте эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм инвестиция әүҙемлеген дәртләндереү буйынса эште дауам итте, тип билдәләне Андрей Назаров. - Беҙ алдыбыҙға амбициялы маҡсат ҡуйҙыҡ – 2024 йылға тиклем йыл һайын 500 миллиард һумдан кәм булмаған инвестициялар йәлеп итеү. Был бурысты беҙ графиктан алда үтәнек. Төбәккә инвестициялар күләме 512 миллиард һум тәшкил итте, - тип хәбәр итте Министрҙар кабинеты етәксеһе. Премьер-министр, төбәктә Төбәк инвестиция стандарты индерелде һәм бик яҡшы эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде. Йыл аҙағында капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында федераль килешеү төҙө