Ошо көндәрҙә яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған. Ул уның әсәһенә ҡағыла. Билдәле булыуынса, ул дүрт йыл элек сирләп китеп вафат булғайны. Был бик үкенесле булды, уны коронавирустан вафат булған тип, махсус табутта ерләнеләр, яҡындарына бәхилләшеү мөмкинлеге бирелмәне. Әнүәр Нурғәлиев быны бик ауыр бик кисергән һәм әле һаман үкенестәр менән йәшәй. “Бөгөн – әсәйһеҙ ҡалыуыма дүрт йыл. Ғүмерем буйы һиңә Ҡөрьән уҡып, доғалар уҡып йәшәргә яҙһын, Аллаһ бирһә. Бөгөн дә бына доға уҡыттым, изге Рамаҙан айында улар ҡабул булһын. Әммә күңел һаман һыҡрай. Нисә йәштә булһаң да, атай-әсәйһеҙ ҡалғас, етемгә әйләнәһең икән. Бер генә үкенесем ҡалды: әсәйемә “яратам һине, әнейем” тип әйтә алманым. Шуға күрә, иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Тыныс йоҡла, әсәйем”, – тип яҙған ул. Яратҡан йырсыбыҙға күңел тыныслығы теләйбеҙ. Фото: utv.ru