Баш ҡалабыҙ Өфөлә билдәле композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле йырсылар араһында вокал сәнғәтенең республика фестивале үтте. Унда Өфө, Бәләбәй, Мәләүез, Сибайҙан 60-лап йырсы башҡарыу оҫталығын һынаны. Фестивалдә Салауат Низаметдиновтың әҫәрҙәрен башҡарған вокаль ансамблдәр, бәләкәй коллективтар, солистар ҡатнашты. Жюри составында - Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса ойошмаһы. Башҡарыусыларҙы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса ойошмаһы рәйесе Галина Бычкова, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина сәләмләне. - Билдәле композиторҙың иҫтәлегенә бағышланған фестивалде 2014 йылдан алып үткәрәбеҙ. Был көндә Салауат Әхмәҙи улын иҫкә алабыҙ, йырҙарының онотолмағанына ҡыуанабыҙ. Сара шуныһы менән мөһим: ул ҡатнашыусыларҙың вокал оҫталығын үҫтереү, һаулыҡтары буй