8-9 апрелдә Өфөлә Конгресс-Холда “Заманса ата-әсәлек” тигән халыҡ-ара ата-әсәләр форумы үтте.Унда балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Программа сиктәрендә 8 апрелдә “Ата-әсәләрҙе уҡытыу көнө” үтте. Унда “Заман балаһын тәрбиәләү тренды.Ниндәй ҡиммәттәр тәрбиәләү, ниндәй оҫталыҡтарға өйрәтеү”, “Бала тәрбиәләү: һөйөү нисек мейене формалаштыра”, “Әгәр бала бер нимә лә теләмәһә” һәм башҡа темалар күтәрелде. Шулай уҡ “Тиҙ уҡыу”, Каллиграфия”, “Китап клубы”, “Менталь арифметика” темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бөгөн, 9 апрелдә иһә, “Берлектәге йәкшәмбе” уҙғарылды, был ата-әсәләр һәм балалар өсөн файҙалы эштәр көнө. -Бөгөн беҙҙең алда мөһим бурыс тора – дәүләт власы органдарын, йәмәғәт ойошмаларын, ата-әсәләр берләшмәһен берләштереү һәм барлыҡ көстө үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтеү. Форум сиктәрендә ике көн дауамында дискуссия майҙансыҡтары, психологтар, педагогтар лекциялары эшләне, белгестәр консультациялары ойошторол