Шулай ҙа була икән. Был хәл тураһында ошо көндәрҙә билдәле булды. Мәскәү өлкәһендә йәшәгән 37 йәшлек Татьяна исемле ҡатын үҙен түлһеҙ тип уйлай, сөнки 14 йыл элек уға табиптар шундай диагноз ҡуя. Ҡатын бер аҙ ҡайғырһа ла, яҙмышына күнә һәм хәүефһеҙлек тураһында онота. Күптән түгел уның эсе ныҡ итеп ауырта башлай. Тән ауырлығы ла ҡапыл арта. Татьяна барыһын да эсәклек һәм бөйөрҙәре сиренә япһара. Дауаханаға ла бармай. Барһа, унда "онкология" тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуйырҙар тип уйлай. Тик бер мәлдә уға бигерәк ауыр була башлай һәм дауаханаға барыуҙан башҡа юл ҡалмай. Унда ҡатынға УЗИ яһайҙар һәм ғәжәп диагноз ҡуялар: ул ауырлы, 36 аҙнала. Татьяна үҙен ауырлы икән тип башына ла килтермәй, токсикозы ла булмай. Уны тиҙ арала дауаханаға һалалар һәм ауырлыҡтар булмаһын өсөн кесарев киҫеме операцияһы яһайҙар. Донъяға һап-һау малай тыуа. Табиптар әйтеүенсә, һирәк осраһа ла, бындай хәлдәр беҙҙең көндәрҙә лә булып тора. Шуға күрә даими рәүештә табиптарға күренеп тороуҙы онотмаҫҡа кәрәк. Фото: Mash