Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ниҙәрҙе бутарға ярамай?

Бай тормош тәжрибәһенә эйә өлкән остаздың өйө бер ваҡытта ла буш тормаған: кешеләр уға кәңәш һорап йыш килгән. Был йортто айырыуса йәштәр яратҡан. – Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, – тигән уларға бер көн ҡарт. – Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған? – Бәй, икәүһе... – Йәштәр, һорауҙың үтә ябайлығына аптырап, бер-береһенә ҡарашҡан. – Юҡ, дөрөҫ түгел. Нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған йәштәр төрлө яуап тәҡдим итә башлаған. Ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе әйтеп ҡуйған: – Өсәүһе лә өҫтә ҡалғандыр... – Ни өсөн улай тип уйлайһың? – Һеҙ бит “тәлмәрйен һикергән” тип әйтмәнегеҙ. – Дөрөҫ, – тигән остаз. – Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай. Ниәт ҡылып тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! 10 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан). Фото: islam.ru