6 апрелдән 24-енә тиклем Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама ҡалаларының 29 майҙансығында инвалид һәм һаулығы буйынса мөмкинлеге сиклеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса IХ төбәк чемпионаты үткәрелә. “Башҡортостанда йәш инвалидтарға ярҙам итеү буйынса тотош система булдырылған. Был һөнәри йүнәлештән башлап, белем биреүгә, эшкә урынлаштырыуға тиклем күҙ уңында тотола. Төбәктең белем биреү сәйәсәте тарафынан инклюзив белем биреү системаһы үҫеше лә билдәләнә. Ул иһә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле баланың уҡыуға, уңышлы адаптацияһын булдырыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән. Төбәк системаһы үҫешен, ярҙамын Өфөнөң статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы коллежында һәм Салауат ҡалаһының белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында булдырылған һөнәри белем биреү ойошмалары, ресурс уҡыу-методика үҙәге һәм «Абилимпикс» хәрәкәтте үҫтереү төбәк үҙәге башҡара”, -тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Чемпионатта 81