Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҙған аҙнала баҡсамдан алма йыйҙым

Бер аҙна икеләнеп йөрөгәндән һуң, үҙем менән булған хәл тураһында һеҙгә лә һөйләргә булдым. Уҙған аҙнала Белорет ҡалаһындағы баҡсабыҙ оҙайлы ҡышты һәйбәт сыҡҡанмы, ниндәй хәлдә, бөтәһе лә урында торамы икән тип, юл юңғайы инеп ҡарап сығырға булдыҡ. Аллаға шөкөр, бурҙар төшмәгән, бөтәһе лә урында, ә бына алмағасыбыҙ аптыратты – уның эргәһендәге ерҙә түшәлеп ҡып-ҡыҙыл алмалар ята ине. Былтыр көҙҙән йыйылмай ҡалған алмаларҙың шул көйөнсә һаҡланыуына ғәжәпләндек. Әлбиттә, араһында серегәндәре лә бар. Әҙер уңышты нисек ҡалдырып китәһең инде – асыҡ күренеп ятҡандарын тиҙ генә йыйып алдым. Ҡабалан булғас, бөтәһен дә йыйып өлгөрмәнем. Видеояҙмаға төшөрөргә лә онотҡанмын. Өфөгә ҡайтҡас, алмаларҙы йыуҙым да, “ағыуланмаһам ярар ине” тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына берәүһен ашаным. Былай төндө имен сыҡтым, иҫән ҡалдым, ашҡаҙан да ауыртманы – алма ашарға яраҡлы булып сыҡты. Белореттың сатлама һыуыҡтарына бирешмәйенсә яҡшы һаҡланған алма мине ғәжәпләндерҙе. Быға тиклем ундай хәлде күҙәткәнебеҙ булманы. Элекке йыл көҙөн тәүге -10 градус һыуыҡтар булғандан һуң алма йыйып алғаныбыҙ бар. Ул саҡта ла бирешмәгәндәр ине. Өйгә алып ҡайтҡас та боҙолманы, ашап бөткәнсе яҡшы һаҡланды. Ҡайһы берәүҙәр ышанмаҫ, ә баҡсаһы булғандар ошондай күренешкә тап булғандыр, тип уйлайым. Һеҙҙә шулай булғаны бармы? Автор фотоһы.