Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәшәгән ҡала күркәм булһын өсөн

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса (национальный проект «Жилье и городская среда») Башҡортостанда быйыл 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк, тип белдерә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. “2019 йылдан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә республикала 560 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. 2023 йылда Башҡортостанда 122 йәмәғәт биләмәһе яңыртыласаҡ”, -тиелә министрлыҡ мәғлүмәттәрендә. Быйыл төҙөкләндереләсәк объекттар рәтендә Октябрьский ҡалаһындағы Еңеү паркы, Нефтекамалағы “Мираҫ” картиналар галереяһы алдындағы биләмә, Стәрлетамаҡта Стәрле йылғаһының ҡаршы яғындағы яр буйы бар. Ишембайҙа Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ял өсөн урындар менән инеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, туҡталҡа һәм декоратив яҡтыртыу көйләнәсәк. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе апрелдә башлау ниәтләнә. “Проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуына йәмәғәт тикшереүҙәрен уҙғарыу булышлыҡ итә, һуңғы ике йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәне һайлау буйынса электрон тауыш биреү яйға һалынған. Йылдан-йыл республика халҡының ҡала мөхите мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙемлеге күтәрелә. Был йәһәттән ирекмәндәр ҙә ярҙам итә, киң мәғлүмәт кампанияһы алып барыла”, - тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Милли проект үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарға граждандарҙы әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш милли проекттың төп маҡсаты – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: Валерий Шахов.