«БашАгроМаш» ауыл хужалығы техникаһы етештереү предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект «Производительность труда») ҡатнашып, етештереүсәнлекте 1,4 тапҡырға арттырҙы, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. «БашАгроМаш» Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен барланы. Предпиятиела эш ярты йыл дауамында барған. Һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә предприятие сапҡыстар етештереүҙе пилот участкаһында айына 5-тән 7-гә тиклем арттырҙы, тип хәбәр итә министрлыҡ. Предприятие пилот проекты сифатында «КС-100 Сулпан» үҙ йөрөшлө сапҡыс етештереүҙе һайлай. Был участкала үҫеү өсөн мөмкинлектәр бар, продукция ла һорау менән файҙаланыла. Анализ барышында бер нисә проблема асыҡланған. Мәҫәлән, эш урынын дөрөҫ ойоштормау арҡаһында артыҡ хәрәкәттәр һәм күсенеүҙәр, деталдәрҙе эҙләү барышында ваҡытты юғалтыу һәм башҡалар. Бы