Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының Программа комитеты ултырышын үткәрҙе. Был сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм 2-3 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк. Төбәк һәм федераль спикерҙар, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары ҡатнашҡан ултырышта Ҡытай Халыҡ Республикаһының инвестиция форумында партнер ил булараҡ ҡатнашасағы әйтелде. - Инвестиция һабантуйы ярҙамында Урал аръяғы төбәге һәр ваҡыт муниципалитеттың ғына түгел, тотош төбәктең үҫеш векторын аңлау өсөн майҙансыҡҡа әйләнә. Мәҫәлән, Сибайҙа Сибай - Подольск - Яңы мәғдән тимер юл тармағын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Шулай уҡ туризм өлкәһендә дөйөм суммаһы 20 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Ошонда уҡ балалар һауыҡтырыу лагерын төҙөйбөҙ, инвестициялар күләме яҡынса 4 миллиард һум тәшкил итә, - тип аңлатма бирҙе Рөстәм Моратов. “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле программаһына ярашлы барлығы 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырылған. Улар туризм, йәштәр эшҡыуарлығы, инвестициялар, Башҡортостандың яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән партнерлыҡ хеҙмәттәшлеге, пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү тармағын үҫтереүгә һәм төбәк үҫешенә ҡағылышлы башҡа мөһим мәсьәләләргә арналған. “Сян-Э” халыҡ-ара компанияһының Директорҙар советы рәйесе Чжан Ци әфәнде һөйләүенсә, улар Башҡортостан менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек булдырыу менән ҡыҙыҡһына. Һүҙ, атап әйткәндә, ҡытайҙарға Башҡортостан аҙыҡ-түлеген индереү, фән өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү, шулай уҡ ҡайһы бер инвестиция проекттары хаҡында бара. - Беҙ Башҡортостан Республикаһынан он, бал, кондитер тауарҙары кеүек аҙыҡ-түлек һатып алырға теләйбеҙ. Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр барышында Өфөлә үҙебеҙҙең компанияның вәкиллеген асырға ҡарар иттек. Беҙ ҙә Башҡортостан университеттары студенттары өсөн стажировкалар ойоштороу яҡлы. Университет етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барырға һәм Хунань провинцияһына “Сян-Э” компанияһында стажировка үтеү, шулай уҡ ҡытай телен өйрәнеү өсөн Өфө дәүләт нефть университетының 50 студентын саҡырырға әҙербеҙ, - тип һөйләне Чжан Ци әфәнде. Осрашыу һуңында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашыусыларҙан тәҡдимдәр пакетын әҙерләп, уларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенә йүнәлтеүҙе һораны. Уларҙы Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эш төркөмө ҡараясаҡ һәм “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы программаһына индереүҙе хәл итәсәк. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru