Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Мәрйәмем" йырын яҙған егеттең яҙмышы фажиғәле була

Киң билдәле ретро-йырҙарҙың береһе "Мәрйәмем"дең авторының фажиғәле яҙмышы тураһында "Хазина" төркөмө яҙған. "Мәрйәмем минең" йырының авторы - Бөрйән районынан Сабитулла Ғәйнетдин улы Хөснитдинов (1949 -1971), Ҡотан ауылында йәшәгән Хөснитдиновтар нәҫеленән. Сабитулла Украинала хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Йылайырға уҡырға китә. Унда егетте йыртҡыстарса һәләк итәләр... Комментарийҙарҙа ул осорҙағы ваҡиғаларҙың шаһиттары, Сабитулланың туғандары хәлгә асыҡлыҡ индереп китә. Фәрзәт Ҡаһарманов: - Был йыр минең тәүге уҡытыусым Мәрйәм Ҡаһармановаға арнала. Белорет районынан Бөрйән районының Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына эшкә килгән ҡыҙға күрше ауыл егетенең күҙе төшә, тик Мәрйәм апай икенсе егеткә кейәүгә сыҡты. Шул ябай ауыл егетенең яҙған йыры, исемен онотҡанмын, фамилияһы Хөснитдинов. Ул егет Магнитта эшләп йөрөгән сағында, бер ҡыҙҙы яҡлашҡан сағында, сәнсеп үлтерәләр. Ә Мәрйәм апай иҫән, Белорет районында йәшәп ята...Гөлсөм Мырҙабаева: - Фәрзәт, һеҙҙең версияғыҙ дөрөҫ түгел, ағайым Сабитулла Ғәйнетдин улы Хөснитдинов Йылайырҙа ветврачҡа уҡып йөрөгәндә, урындағы масал урыҫтары ҡулынан һәләк булды. Сәбәбе - ағайымдың, актив булып, училищелағы барлыҡ кисәләрҙе алып барыуы. Ҡыҙҙарҙы ҡаратып ултыраһың, тип, фатирына ҡайтып барғанда һигеҙ урыҫ тарафынан йыртҡыстарса туҡмалып үлеп ҡалды... Вәсилә Заһиҙуллина-Хөснитдинова: - Эйе, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙҙы, ул шул хәтлем матур итеп гармунда уйнай торғайны... Сығанаҡ: ватсаптағы "Башҡорт йырҙары" чаты, "Хазина" төркөмө.