Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яраланып ҡайтҡан яугирҙең ҡатыны уның бөтә аҡсаһын алып ҡасҡан

Екатеринбургтан 39 йәшлек Иван Х. депола электромеханик булып эшләгән. 27 сентябрҙә уны мобилизациялайҙар. 23 ноябрҙә ир дошман уты аҫтына эләгә һәм янбашы йәрәхәтләнә. Госпиталдә ята. Иван әйтеүенсә, ул үҙенең яратҡан ҡатыны Ольга һәм биш йәшлек улы янына ҡайтырға ашҡына. Әммә өйҙә уны бер кем дә ҡаршы алмай. Ҡатыны балаһын алып ҡайҙалыр ҡасып китә. Бынан тыш, асыҡланыуынса, кәләше әкренләп Ивандың бөтә аҡсаһын үҙ иҫәбенә күсергән - барлығы дүрт миллион һум самаһы. Ирҙе өлөшләтә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырғастар, аҙыҡ-түлек һатып алһын, автомобиленә яғыулыҡ ҡойһон, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләһен, баланы ҡараһын өсөн, ҡатынына банк ҡушымтаһы булған кеҫә телефонын биргән. - Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, әлбиттә. Мин Ольгаға ышанғайным һәм уның аҡсаны нисек һәм ҡайҙа тотонасағы тураһында уйламаным да. Ул минең ҡатыным бит. Мин унда булған ике ай эсендә телефондан бик аҙ һөйләштек. Мөмкинлек булманы. Ул миңә бөтөнләй шылтырата алмай ине, ә мин - рөхсә

Екатеринбургтан 39 йәшлек Иван Х. депола электромеханик булып эшләгән. 27 сентябрҙә уны мобилизациялайҙар. 23 ноябрҙә ир дошман уты аҫтына эләгә һәм янбашы йәрәхәтләнә. Госпиталдә ята. Иван әйтеүенсә, ул үҙенең яратҡан ҡатыны Ольга һәм биш йәшлек улы янына ҡайтырға ашҡына. Әммә өйҙә уны бер кем дә ҡаршы алмай. Ҡатыны балаһын алып ҡайҙалыр ҡасып китә. Бынан тыш, асыҡланыуынса, кәләше әкренләп Ивандың бөтә аҡсаһын үҙ иҫәбенә күсергән - барлығы дүрт миллион һум самаһы. Ирҙе өлөшләтә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырғастар, аҙыҡ-түлек һатып алһын, автомобиленә яғыулыҡ ҡойһон, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләһен, баланы ҡараһын өсөн, ҡатынына банк ҡушымтаһы булған кеҫә телефонын биргән. - Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, әлбиттә. Мин Ольгаға ышанғайным һәм уның аҡсаны нисек һәм ҡайҙа тотонасағы тураһында уйламаным да. Ул минең ҡатыным бит. Мин унда булған ике ай эсендә телефондан бик аҙ һөйләштек. Мөмкинлек булманы. Ул миңә бөтөнләй шылтырата алмай ине, ә мин - рөхсәт иткәндәрендә генә. Госпиталдән яраландым тип хәбәр иткәс, кәйефе ҡырылып, илап ебәрҙе, - тип һөйләгән Иван. Ир әйтеүенсә, ғаилә бәхетле йәшәгән, шуға күрә ул ҡатынының ҡылығына шаҡ ҡатҡан. Эш хаҡының яртыһын, социаль түләүҙәрҙе ҡайтарыуын һораған, әммә ҡатыны быны эшләүҙән баш тартҡан. Иван полицияға ғариза яҙған, ләкин унан да кире яуап алған. Ғаилә мөнәсәбәттәрен үҙегеҙ хәл итегеҙ, тигәндәр. Журналистар Ольгаға шылтырата. Ҡатын: - Мине бер кем дә урлап алып китмәне. Беҙ низағлаштыҡ. Мин туҡмалдым. Уның менән башҡаса йәшәмәйәсәкмен. Беҙҙә ғаилә бюджеты уртаҡ. Мин әлегә уның законлы ҡатыны. Ысынында беҙҙең мөнәсәбәттәр гел насар ине, ул хәйерсе, аҡсаһыҙ булғанда өндәшмәнем, ә хәҙер түҙеп тормаясаҡмын! - тигән. Был хәл шундай берҙән-бер осраҡ түгел икән. Мурманск өлкәһендә бер ҡыҙ шулай уҡ мобилизацияланған егетенең 500 мең һумын урлап ҡасҡан. Әле уны ил буйынса эҙләйҙәр. Иван менән Ольгаға килгәндә, кем дөрөҫтө һөйләй, кем алдаша - билдәһеҙ. Бына шулай, яҡындар араһындағы мөнәсәбәт ауыр мәлдә, дөрөҫөрәге, байлыҡта һынала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо һынауҙы үтмәгән әҙәмдәр ҙә табыла. Фото: "Московский комсомолец".