Күптәр алмағас, сейә ағастарының, ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтарының бөрөһө асылып йәиһә сәскәгә тумалып өлгөрмәҫ элек ҡорт төшөүенә, япраҡһыҙ ҡалыуына зарлана. Баҡтиһәң, уларға тәрбиә талап ителә икән. Ағастарға ҡасан һәм нимә һиптерергә кәрәк, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. Бөрөләре асылғансы - 3%-лы Бордоская ҡатнашмаһы (смесь), 30 плюс препараты, Хом, Абига-Пик, Раёк, Скор, Нитрофен, Мочевина (10 литр һыуға 700 грамм. Шуға 50 грамм баҡыр купоросы ла ҡушһаң була), Хорус (быныһы +5 градуста яҡшы. Шунан да йылыраҡ булһа көн, файҙаһы булмай тиерлек).Бөрөләр асыла башлағанда - сирҙәрҙән: Бордоская ҡатнашмаһы 1%-лы, Скор, Оксихом.Ҡоротҡостарҙан: Искра, Актара, Алатар, Инта-Вир, Фуфанон, Кинмикс, Танрек.Сәскә бөрөһө асылғансы - сирҙәрҙән: Скор.Ҡоротҡостарҙан: Искра, Алатар, Инта-Вир, Актара, Фуфанон, Кинмикс, Танрек, Фитоверм (был биопрепарат. Биопрепараттарҙы һауа торошо +12-нән юғары тора башлағас һиптерәләр. Атыу файҙаһы булмай).Ваҡ ҡына емештәре барлыҡҡа килгәс - Бордоская ҡатнашмаһынан ҡала, өҫтә яҙған теләгән препаратты һиптерә алаһығыҙ.Бер әйберҙе һиптергәс, бер аҙна үткәндән һуң башҡаһын һиптерергә. Мәҫәлән, Бордоская ҡатнашма һиптерҙегеҙ ти, бер аҙнанан ҡорттарҙан һиптерәһегеҙ. Баҡсасыларҙың үҙҙәренең дә кәңәштәре барҙыр, шуға күрә үҙ серҙәрегеҙҙе лә яҙып үтһәгеҙ ине. Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.