Төҙөлөш эштәре Иглиндың “Йондоҙло” биҫтәһендә алып барыла һәм 2024 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөлөш майҙанында әҙерлек һәм ер эштәре башланған. Бында ваҡытлыса ҡоймалар ҡуйыла, нигеҙ һалына. Яңы мәктәп дүрт ҡатлы буласаҡ. Уның дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрға тиң, 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. “Иглин районы әүҙем үҫешә. Яңы торлаҡ кварталдар барлыҡҡа килә, шулай уҡ халыҡ һаны ла арта бара. 2020 йылда “Йондоҙло”ла 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөнөк. Тиҙҙән халыҡ яңы заманса мәктәпле лә буласаҡ”, -тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Мәктәп төҙөлөшө “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект «Образование») федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә финанслана. Генераль подрядсыһы - 1-се төҙөлөш идаралығы. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. ФОТО: bash.news