Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Был фотола биш йыл элек, 79 ғына йәштәмен..."

Зәйтүнә апай Күҫәпова яҙа: "Бер төркөмдә аноним һорау күрҙем: нисек төҫтө һәм йәшлекте оҙаҡ һаҡлап була? Ошо темаға элегерәк яҙылған мәҡәләмде ҡабат ҡуйырға булдым".ТӘНЕ ҺАУҘЫҢ ЙӘНЕ ҺАУЙәш саҡта, 35 йәштәрҙә, эшем көсөргәнешле булды, ал да юҡ, ял да юҡ тигәндәй, ял көндәре лә барып эшләргә, документтарҙы алып ҡайтып, төнөн дә ултырырға тура килә ине. Өйҙә өс ир, барыһына өлгөрөргә кәрәк. Шуға күрә гел генә баш ауырта ине. Бер шулай иптәшем, эштең ниҙә икәнен аңлап ахыры, иртүк торғоҙоп, мине ай-вайыма ҡуймай, квартал эсендәге хоккей майҙансығына алып сығып үҙе менән физзарядка яһатты. Шулай бер нисә тапҡыр сыҡҡас, үҙе йөрөмәй башланы, ә миңә оҡшап китте... Шунан һуң туҡтаманым, артабан ҡала паркына саҡлы йүгереп барып, зарядка яһап ҡайта башланым. Ҡайтҡас һыу ҡойонам. Ошоларға бары ярты сәғәт етә. Нисек ваҡыт еткерергә белмәй баш вата инем, йоҡо иҫәбенән генә булһа ла табылды. Элек 7-лә торһам, хәҙер 6-3-ҙа тора башланым. Һөҙөмтәлә әкренләп баш ауыртыуын оноттом. Биш йыллап үткәс, еңелерәк эшкә - ҙур предприятиеға эшкә күстем, уларҙың үҙ бассейны һәм эшселәр өсөн башҡа шарттар ҙа бар ине. Сәләмәтлек төркөмөнә йөрөп йөҙөргә өйрәндем, шул уҡ ваҡытта гимнастика залына керә инем. Шулай итеп, хәрәкәттең тәмен белеп киттем. Тормош мәшәҡәттәре менән дә һәм перестройка ваҡытында спорт ҡоролмалары ябылыуы, эшләгәненең дә хаҡы ҡиммәт булыуы арҡаһында тотош ете йыл буйы бер ҡайҙа ла йөрөмәгән инем, ауырыуҙар күбәйә башланы... Ундай туҡталып тороуҙар файҙаға түгел шул. Бына аҙаҡҡы 17 йыл, Аллаға шөкөр, Спорт һарайында ветерандар төркөмөндә шөғөлләнәбеҙ. Ул төркөмгә былтыр 45 йыл тулды. Беренсе көндәрҙән бирле йөрөгән ҡатындарҙан бер унлабы һаман туҡтамайҙар, 80 йәштән артҡандары бар. Әбейҙәрҙең барыһы ла тиерлек “стойка”( “березка”) яһай алалар, ҡайһы берәүҙәр башына ла тора ала. Беҙ шөғөлләнгән ваҡытта шул тиклем бирелеп китәбеҙ, сәғәт ярым үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ошо тып-тын барған күнекмәләр ваҡытында насар уй, донъя мәшәҡәттәре, төрлө ауырыуҙар, һыҙланыуҙар тураһында онотолоп китеүебеҙ ҙә организмға файҙа бирәлер. Коллективта физик күнекмәләр менән бер рәттән, кешеләр менән аралашып рухи яҡтан да ҡәнәғәтлек алабыҙ. Аҙнаһына өс көн булған ошо физкультура өлкән йәштәге кешеләрҙең һаулығына ыңғай тәьҫир бирә. Быйыл арабыҙҙа грипп, ОРЗ менән сирләүселәр булманы тиерлек, ауырыһа ла тиҙ үтә. Оло булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙ Спорт һарайына йәйәү килеп, йәйәү ҡайтырға тырыша. Беҙҙең төркөмдән ҡайһы береһе хорға, ҡайһы береһе мәсеткә, тренажер залына, ҡышҡы һыу инергә (морждар) йөрөй. Мин үҙем дә ошо гимнастикаларҙан һуң бер ярты сәғәткә булһа ла тренажер залына инеп сығам. Йәй көндәре саф һауала - паркта шөғөлләнәбеҙ. Шуныһын да әйтәйем, минең йәш саҡта аяҡтар өшөй, тиҙ арый башлағас, Өфөлә нейрохирург “облитерирующий эндартериит” (тәмәке тартҡан ирҙәрҙә лә шул ауырыу була) тигән диагноз ҡуйып, был ауырыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа 15-20 йылдан һуң бик насар һөҙөмтә бирәсәген әйткән ине. Күрше ауылға йөрөп уҡығанда аяҡтарҙы туңдырған инем, шуның һөҙөмтәһе тинеләр. Гел ултырып эшләү ҙә ҡан йөрөүен тотҡарлайҙыр тип, күберәк йүгерергә тырыштым. Шул тырышлыҡтарым юҡҡа сыҡмағандыр, ул әйткән хәл һуңлабыраҡ - 30 йылдан һуң - еңелерәк формала килеп тотто. Өс көн эсендә йөрөүҙән туҡтаным, һыҙлауына түҙә алмай илап ултырған саҡтар булды. Балниста системалар алғас, әҙерәк йөрөп киттем, үҙем дә халыҡ медицинаһынан белгәндәремде ҡулландым. Аҡһап булһа ла сәләмәтлек төркөмөнә йөрөргә тырыштым. Был ауырыу бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмаһа ла, шунан һуң бына ун йыл инде арыу ғына йөрөп ятам, Аллаһҡа шөкөр. Мин физик күнегеүҙәр менән ғүмер оҙоная тигән һығымта яһамайым, уныһы Аллаһ Тәғәләнең эше, әммә хәрәкәтсәнлек, етеҙлек арҡаһында йәшәүе еңелерәк була, төҫ-башың да тиҙ үҙгәрмәй (төркөмдә барыһына ла тиерлек үҙ йәшен бирмәйҙәр ине). Артабан аҙаҡҡы көндәреңде лә күҙҙә тоторға кәрәк бит әле - ауыр кәүҙәң менән кеше ҡулына ҡалып ҡуйыуың да бар, Аллаһ һаҡлаһын. Мин шуларҙан ҡурҡып, ашау-эсеүҙең дә ҡайһы бер ҡағиҙәләрен үтәргә тырышам. Г. Малаховтың китаптарын үҙләштереп, бер нисә көн ашамайынса тороп, эсәктәрҙе токсиндан таҙартҡан саҡтар күп булды. Уныһы икенсе тема. Үкенескә ҡаршы, беҙ күберәк тормоштоң үҙ яйына ағыуынан сыға алмайбыҙ, нимәгәлер тырышлыҡ күрһәтергә ихтыяр көсөбеҙ етмәй. Өйҙә телевизор янында ултырырға яратабыҙ, кәрәк-кәрәкмәгәнгә таблеткалар йотабыҙ, ә уларҙың организмға насар йоғонтоһо бар, һәм икенсе ауырыуҙар өҫтәлә. Үҙ алдына йүгергән, скандинав таяҡтары менән йөрөгәндәр бар, ләкин был киң таралған тип әйтеп булмай. Беҙҙең ҡалала физик күнегеүҙәр өсөн шарттар етерлек. Бынан бер нисә йыл элек пенсионерҙар өсөн бушҡа бик ҙур спортзалда аҙнаһына өс көн шөғөлләнергә рөхсәт бирҙеләр. Уны “Тонус” клубы тип атанылар, йөҙләп кеше йөрөй. Беҙ йөрөгән Спорт һарайын (Дворец спорта нефтехимиков) яңынан төҙөгән ваҡыт араһында мин дә был клубҡа йөрөнөм. Ҡайҙа йөрөһәм дә, ундағы хәлдәр тураһында урындағы гәзиттәргә мәҡәләләр яҙҙым. Уны уҡығас, пенсионерҙар күпләп килә башлай, ләкин барыһы ла ерегеп китә алмай. Ҡалала түләүле спорт залдары, ике бассейн эшләй. Пенсионерҙарға ташламалар бар. Теләк кенә кәрәк. PS. Шуға ҡушып, 60 йәштәрҙә мәсеткә уҡырға йөрөй башланым (алдан бер нисә йыл әҙерләнеп, күп уҡып, иманды нығытып), һәм ошо коллективтан да дуҫтарҙы дин юлына – мәсеткә йөрөргә этәреп ебәрҙем. Үҙемә 68 йәштә оло хажға, 75 йәштә икенсеһенә (ғумра хажға) барып ҡайтырға насип булды. 75 йәштә компьютер үҙләштереп, 79-ҙа бер ыңғайҙан ике ҡалын китап та сығара алдым, гәзиттәрҙә күп йылдар сыҡҡан мәҡәләләремде ҡушып йыйып. Аллаһ Тәғәләгә шөкөр, миңә, күп һынауҙар биреп, кешегә ярҙам итеү сифаттарын, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнен белдереп, дин юлын күрһәткәне өсөн (маҡтанырға һәм башҡалар маҡтағанға битарафмын, фәһем өсөн генә яҙыуым). ғинуар, 2017 йыл. Сығанаҡ: https://vk.com/public206431823?w=wall-206431823_1346