8 апрелдә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут менән осрашты. Көн тәртибендә – ауыл биләмәләрен үҫтереү, сәсеү кампанияһын үткәреү һәм төбәктең федераль министрлыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүе мәсьәләләре. Республика Башлығы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Патрушевҡа һәм ведомство коллективына уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары 2023 йылда яҙғы баҫыу эштәренең ғәҙәттәгенән алдараҡ башланыуын билдәләне һәм республика аграрийҙарына сәсеү кампанияһын уңышлы үткәреүҙе теләне. - Башҡортостан һуңғы йылдарҙа агросәнәғәтте үҫтереү йәһәтенән алға китте. Был тәү сиратта 2022 йылғы рекордлы уңыш – 5 миллион тонна иген. Тауар һөтө, башҡа төр продукция буйынса ла үҫеш бар, - тине Оксана Лут. - Республика ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла лидерҙар иҫәбендә. 2023 йылда ошо маҡсатҡа 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәбеҙ. Планда – юлдарҙы ремонтлау, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү. Шуныһы мөһим, бөтә ыңғай үҙгәрештәрҙе халыҡ шунда уҡ күрә. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru
“Башҡортостан агросәнәғәтте үҫтереү йәһәтенән алға китте”
8 апреля 20238 апр 2023
~1 мин