20 апрелдә Беларусь Республикаһында “ТИБО-2023” халыҡ-ара форумында Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең эш тәжрибәһе күрһәтеләсәк. Күп функциялы үҙәктәрҙе үҫтереү үҙәге, “Стратегик эшләнештәр үҙәге” фонды директоры Наталья Яковлева әйтеүенсә, дәүләт идараһын һанлы трансформациялау шарттарында күп функциялы үҙәктәргә граждандың дәүләт менән тура хеҙмәттәшлек итеүен тәьмин итеү буйынса төп роль йөкмәтелгән. “Был, башҡа шарттар менән бергә, күп функциялы үҙәктәрҙә иң яңы мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Беҙ күп функциялы үҙәктәр системаһын булдырыу һәм үҫтереү тәжрибәһен башҡа дуҫ илдәрҙәге коллегаларабыҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ, шулай уҡ IT-ҡарарҙар индереүҙәге иң яҡшы ғәмәлдәрҙе Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре миҫалында күрһәтә алабыҙ”, – тине ул. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республиканың күп функциялы үҙәктәре селтәре 76 “Минең документтарым” офистарынан, бер бизнес-офистан һәм 441 бәләкәй офистарҙан тора. Уларҙа 350-нән ашыу хеҙмәт күрһәтелә, күп функциялы үҙәктәрҙә көн һайын 12 мең тирәһе кеше булып китә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Башҡортостан тәжрибәһе Халыҡ-ара форумда күрһәтеләсәк
8 апреля 20238 апр 2023
~1 мин