Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыл хужалығы техникаһы алыу 200 миллион һумға артты

Башҡортостан аграрийҙары быйылғы өс айҙа ике миллиард һумға 400-гә яҡын берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алды. Баашҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, был үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 200 миллион һумға күберәк. “Йыл башынан алып Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 102 трактор, 10 иген урыу комбайны, биш мал аҙығы комбайны һәм башҡа техника һатып алды”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – “Техник паркты яңыртыу – ялан миҙгелен уңышлы үткәреүҙең төп шарттарының береһе. Юғары уңыш алыу өсөн беҙгә бөтә агротехнологик операцияларҙы тиҙ башҡарырға кәрәк. Беҙ төп культуралар сәсеүҙе 5-7 көндә, урып йыйыу эштәрен 10-15 көн эсендә үтәргә ынтылырға тейешбеҙ”. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.