8 апрелдә Өфө ҡалаһы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Максим Горький, Ҡулса һәм Ульяновтар урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙың ихатаһын ҡараны. Республика етәксеһе «Башҡорт ихаталары» республика программаһына ярашлы төҙөкләндереү барышы менән танышты. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 20 миллион һум. Төҙөкләндереүҙе 2023 йылдың көҙөнә тамамларға ниәтләйҙәр. Төбәк Башлығы күп фатирлы йорт советы рәйестәренә ремонт сифатын ҡәтғи күҙәтергә кәңәш итте. - Иң мөһиме – һеҙҙең яҡтан контроль. Һеҙҙең ҡултамғағыҙҙан тыш эштәр ҡабул ителмәйәсәк. Аҡсаны ваҡытында бүләбеҙ, ә эш сифатын тикшереү – һеҙҙең ҡулда, - тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе «Башҡорт ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашырыуға комплекслы ҡарарға кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, Ҡулса урамындағы 59-сы күп фатирлы йортта йәшәүселәр өйҙө тышҡы яғын йылытырға кәрәклеген хәбәр итте. Республика Башлығы ҡала хакимиәтенә был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Быйыл «Башҡорт ихаталары» проекты буйынса 30 муниципалитетта 206 ихата биләмәһен яңыртыу күҙаллана, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шул уҡ ваҡытта республика ҡатмарлы шарттарҙа программаның бюджетын 2022 йыл менән сағыштырғанда – 1,2 миллиард һумға тиклем арттыра алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо башланғыстарға бәйле яңы яҙма менән дә уртаҡлашты. “Башҡорт ихаталары” – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Беҙ оҙаҡ йылдар буйы бер нәмә лә эшләнмәгән ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru