Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән Фәниә һәм Фурият Биргәновтарҙың ғаилә ҡороп бергә йәшәүҙәренә - 60 йыл! Ошо уңайҙан ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисергән парҙы ҡотларға барлыҡ бала-сағаһы, яҡындары йыйылды, райондың загс бүлеге хеҙмәткәрҙәре өйҙәренә килеп ҙурланы: матур изге теләктәрен еткереп, Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын һәм бүләген тапшырҙы. Улар икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Фурият ағай ғүмер буйы милицияла эшләп, шунан хаҡлы ялға сыҡҡан. Ауыр һәм яуаплы хеҙмәтен ул намыҫ менән башҡарып, райондаштары араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙанған ир-уҙаман. Фәниә апайға төрлө урындарҙа эшләргә тура килгән, пенсияға леспромхозда кассир-бухгалтер булып эшләп сыҡҡан. Хөкүмәт эшенә өҫтәп, ҡатын-ҡыҙға хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә булыу бурысы ла һалына – Фәниә апайҙың йорто һәр саҡ таҙа, балалар һәм йәмәғәте ҡараулы була. 85 йәше менән барған Фурият ағай һаман егеттәрсә төҙ кәүҙәле, теремек, әүҙем. Күршеләре әйтеүенсә, йәй етһә, ул велосипедтан төшмәй. “СССР заманындағы