Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

ЙОНДОҘНАМӘ (10 – 16 апрель)

ҠУҘЫ Аҙна башында өр-яңы идеяла­рығыҙҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булырһығыҙ. Һәр эште ныҡ­лы уйлап, алдан күҙаллап баш­ҡар­һағыҙ, уңырһығыҙ. Бөтөн башлан­ғыс­тар өсөн уңышлы булған мәлде файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ. БУҒА Был осорҙағы эшмәкәрлегегеҙ әүҙем һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Бер үк ваҡытта ярайһы уҡ талсы­ғыр­һығыҙ, моғайын. Аҙнаның тәүге көндә­рендә үҙаллы ҡарар ҡабул итеүҙән баш тартырға, бурыстарҙы башҡалар менән уртаҡ­лашырға кәңәш ителә. ИГЕҘӘКТӘР Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Тап ошо мәлдә дошмандарығыҙ әүҙем­ләшер, зыян килтерергә тырышыр. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе аҙна уртаһында хәл итә алырһығыҙ, моғайын. ҠЫҪАЛА Осорҙоң тәүге көндәре ғаилә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, киләсәгегеҙҙе күҙаллау өсөн уңайлы. Аҙнаның икенсе яртыһында ыңғай мөм­кинлектән файҙаланыу өсөн әүҙем­лек һәм ҡәтғилек күрһәтегеҙ. Ошо рәүешле генә бай­таҡ сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә алырһығыҙ. АРЫҪЛАН Кеше менән аралашыуҙан баш тартып, яңғыҙ ҡалғығыҙ килер. Был тойғоно еңергә тырышығыҙ, сөнки әле барлыҡ эштәрҙе яйға һалыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мәл. Аҙна аҙағына көс-ҡеүәтегеҙ артыр. ҠЫҘ Матди мәсьәләләрҙе хәл итеп, кәйеф-сафа ҡороуға, ял итеүгә ва­ҡытығыҙ ҡалмаҫ, моғайын. Аҙна башында бурысығыҙҙы ҡайтарыуҙарын һорарҙар. Шуға күрә сығымдарығыҙҙы алдан күҙалларға тырышығыҙ. ҮЛСӘҮ Аҙна ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән үтер. Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, ауыр саҡтарҙа үҙегеҙ ышанған кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Проблема­ларҙы үҙаллы хәл итәм тип, ҙурыраҡ хата яһауығыҙ бар. Аҙна аҙағында мөһим эш башламағыҙ. САЯН Осор айырыуса романтик мөнә­сәбәттәр йәһәтенән уңышлы күренә. Ләкин күңел асыуҙар менән саманан тыш мауыҡмаһағыҙ ине. Аҙнаның икенсе ярты­һында аналитик фекерләү талап ителер. УҠСЫ Ял итеү өсөн уңайлы осор. Сә­йәхәттәр, командировкалар һөҙөм­тәле булыр, моғайын. Матди хәлегеҙ ҙә насар түгел. Шулай ҙа алдашыу юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, ҡырҡа баш тартығыҙ. Сәйер ғәмәлдәрҙең дә зыяны файҙаһынан күберәк булыр. ЫЛАҠ Аҙна башында ҡылғандарығыҙ өсөн бик оҙаҡ үкенеүегеҙ ихтимал. Кәйефегеҙ төшөр, күңелегеҙ ҡыры­лыр, моға­йын. Шуға күрә бер нәмәгә лә ҡатнашмаҫҡа, ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫкә, мөһим эштәрҙе планлаштыр­маҫҡа кәңәш ителә. ҺЫУҒОЯР Осор башында кәйефегеҙ бер аҙ ҡырылһа ла, күңел төшөнкөлөгө бик тиҙ үтер. Һеҙгә зыян итергә теләгән кешеләрҙең ниәте барып сыҡмаҫ. Аҙна уртаһында хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер. БАЛЫҠ Аҙна башында төрлө инстанция­ларға йөрөргә тура килер. Ығы-зы­ғы­нан башығыҙ әйләнер, үҙегеҙҙе ҡулда тотоу еңелдән булмаҫ. Судҡа йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына саҡырыуҙары ихтимал. Шуға күрә барлыҡ мәсьәләләрҙе яңғыҙ хәл итергә тырышмағыҙ.