Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҙандан һыҙыла таңдар

Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Балапандың 250 йылға яҡынлыҡ бай тарихы бар. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бында тормош башланғандан алып мәсет була. Әбйәлил районының был ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк волосы баш­ҡорттары нигеҙ һала. Иң тәүҙә Балапан Матисов килеп ултыра, матур төйәккә нәҡ уның исеме бирелә. Киң яландар, туғайҙар менән уратып алынған бәрәкәтле ерҙә мул тормошта йәшәй ауыл халҡы. Малсылыҡ, ер эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Йыл да Урҙы, Ҡыҙыл, Батҡыл, Нияз, Ҡараһаҙ, Бәләкәй Ҡыҙыл йылғалары буйҙарына йәйләүгә сығалар. Ауыл ҙурайып, нығынып киткәс, 1833 йылда унан 15 ғаилә күрше Йәнекәй ауылына нигеҙ һала. Яңы Балапандың ошолай ырыҫлы төйәк булыуында динебеҙҙең өлөшө ҙур, тип һығымта яһай бөгөнгө халҡы. Боронғо көслө дини остаздар тип Ғөбәйҙулла Балапановты, Ҡотлоғужа Ҡаҙансуринды, Абдулхәким Боҫтановты, Мирхажетдин Әбдрәхимовты, Сөләймән Ғабдулва­һа­повты, Шәрәфетдин Ғабдулмәжитовты, Дәүләтҡази Хисаметдиновты, Мырҙаҡай Балапановты, Йәһүҙә Ғилмановты телгә алалар. Ололар һөйләүенсә, иман йорто­ноң һуңғы мөьәзине Хәкимйән Ҡәнәғәтул­лин булған – Октябрь революцияһынан һуң мәсет ябылып, уның бинаһын күсер­гәндәр һәм ашлыҡ келәтенә әйлән­дергәндәр. Уҙған быуат аҙағында динебеҙ яңынан тергеҙелә башлағас, 1996 йылда Яңы Балапанда Мөждәбә Хәкимйән улы Ҡәнәғә­туллин имам-хатип итеп тәғәйенләнгән. "Ауылдаштар яңынан мәсет төҙөү теләге менән яна башлай. Әммә быға аҡса юҡлыҡ кәртә булып тора. Шулай ҙа ниәт итеп, 2012 йылда тотоналар, – тип һөйләй бөгөн урындағы депутат, имам-хатиптың яр­ҙамсыһы Таһир Нәбиуллин. – Мәсет төҙөүҙе ойоштороу эшен ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре, элекке колхоз рәйесе Насип Ниғмәт улы Зәйтүнов үҙ өҫтөнә ала. Уның бер туғаны Хөснулла апаның Краснодар крайында йәшәгән балалары Марат менән Сергей шул осорҙа Яңы Балапанға ҡунаҡҡа ҡайтып төшөп, халыҡтың изге ниәтен ишетеп, иман йорто һалыуға 200 мең һум бирә. Шул аҡсаға бура алып, ауылдың ир-егеттәре өмәгә йыйылып, йәһәт кенә күтәреп тә ҡуялар. Артабан халыҡ төрлө төҙөлөш материалдарына аҡса йыйып, эште берҙәм көс менән атҡарып сыға. Ҡатын-ҡыҙҙар һылай, буяй, йыуа, барыһын тәртипкә килтерә. 2014 йылда “Зәйтүн” тип аталған мәсетебеҙ асыла, уртаҡ байрам шатлығын уртаҡла­шырға мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин да килә". Шул ваҡыттан имам-хатип бурысы Даян Әхмәтхан улы Ситдиҡовҡа йөкмәтелә. Ауыл халҡы уның эшенән бик ҡәнәғәт. Мәсеттә аҙна һайын йома намаҙҙары үтеп тора, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә кешеләр күпләп йыйыла. Сабыйҙарға исем ҡушыу, йәштәргә никах уҡытыу ғәмәлдәре лә даими атҡарыла бында. Иман йортонда балалар менән дә тығыҙ эш алып барыла, һөҙөм­тәлә улар, мәҫәлән, мосолман һабантуй­ҙарында йыш ҡына призлы урындар яулай. Күренеүенсә, йәш быуын, ысынлап та, мәсеткә ҙур теләк менән йөрөй. Ауылда тотош ғаиләһе менән диндә булғандар бар: мәҫәлән, Гүзәл һәм Таһир Нәбиул­линдар, Илсиә һәм Артур Суфияновтар, Римма һәм Раят Рәхимовтар. “Аллаға шөкөр, беҙҙә ураҙа тотоусылар йыл һайын арта бара, – ти депутат Таһир Нәбиуллин. – Быйыл улар айырыуса күп. Күмәк көс менән ихлас күңелдән төҙөгән мәсетебеҙ бер көн дә буш тормай, таңдарыбыҙ аҙан тауышынан һыҙылып киткәндәй. Үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡарған имам-хатибыбыҙ Даян ағай Ситдиҡовҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ күрше ауылдан килеп ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға дин дәрестәре биргән Мөнирә апай төйәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн оло эш атҡара. Уға ҙур рәхмәт!” Әйткәндәй, сәсән-импровизатор, ҡурай­сы, башҡорт фольклоры өлгөләрен йыйған мәшһүр Ишмөхәмәт сәсән (Мырҙаҡай Балапанов) тап Яңы Балапандыҡы. Борондан килгән рухи көсөн юғалтмай, ныҡлы тамырҙарына һаман да ҡеүәт өҫтәп, динебеҙ ҡушҡандарға таянып йәшәгән оло тарихлы ауыл халҡының киләсәге яҡты, һәр атыр таңы аҙанлы булыр, иншаллаһ. Дилбәр ИШМОРАТОВА Әбйәлил районы.