Әбйәлил районы Асҡар ауылының мәҙәниәт һарайында талантлы режиссер Илүзә Шәйәхмәтова етәкселек иткән “Йәйғор” халыҡ театры артистары тамашасыларҙы премьера менән ҡыуандырҙы. Улар йәш яҙыусы Рәшит Зәйнуллиндың пьесаһы буйынса “Өмөт тыуған миҙгел” спектаклен ҡуйҙы. Спектакль баштан уҡ тамашасының иғтибарын йәлеп итте. Хәл-ваҡиғалар ҡарттар йортонда бара. Йәшәйешебеҙҙең аяныслы проблемаһын асып һалған сәхнә әҫәре ҡартайған көндәрендә бер кемгә лә кәрәкмәгән, үҙ балалары баш тартҡан атай һәм әсәйҙәрҙең ҡыҙғаныс яҙмышын сағылдырҙы. Ғүмере буйы дәүләткә бил бөгөп, балалар үҫтергән өлкән быуындың бөгөн килеп ҡәҙерһеҙгә әйләнеүе – ғибрәтле хәл. Ғәзиз балалары килеп алып ҡайтыр урынға, ейәндәрен бер һөйөп алыуға зар-интизар булған әсәләренән йортон һатыуға ризалыҡ биргән ҡултамғаһын алып китеүе рухи ҡиммәттәрҙе матди байлыҡ алыштырыуын, ялтырауыҡлы тормош артында насар ҡылыҡтар ятыуын асып һала. Шундай саҡта ла ололарҙың үҙ балаларына яҡшы тормош теләүе, бер кемгә лә рәнйемәүе һо