Белгестәрҙең әйтеүенсә, иң файҙалы бутҡа – ҡарабойҙай бутҡаһы. Күптәр уны яратып бешерә һәм ашай. “Ҡарабойҙайҙа үҫемлек аҡһымы күп (100 грамға 12% тура килә). Шулай уҡ В, А, Е витаминдары байтаҡ. Был ярманан бешерелгән бутҡа тимер, магний, цинк, селен, баҡыр кеүек йәшәү өсөн мөһим минералдар сығанағы булып тора. Шуға күрә ул ашҡаҙан-эсәклек эшмәкәрлеген яҡшырта, холестерин кимәлен һәм артериаль ҡан баҫымын көйләй. Әгәр уны рационда йыш ҡулланһағыҙ, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системалары эше яҡшырыр. Өҫтәүенә анемияны иҫкәртеүҙә, иммунитетты, кәйефте күтәреүҙә бына тигән ярҙамсы. Уның аллергия тыуҙырмауы ла билдәле”, – ти диетологтар. Табип-косметологтар әйтеүенсә, составында глютен булмаған берҙән-бер ярма ул. “Матурлыҡ бутҡалары” рейтингында беҙ уға беренсе урынды бирер инек”, ти табиптар. Уның “конкуренты” ла бар – һоло бутҡаһы, сөнки ул да составы буйынса В төркөмө һәм А, Е витаминдарына, калий, магний, цинк, фосфор һәм башҡа файҙалы микроэлементтарға бай. Һоло бутҡаһында ферментлы күҙәнәкле туҡыма – бета-глюкан булыуы эсәклектә файҙалы микробиом тупланыуына булыша. Динә АРЫҪЛАНОВА