Тоҙ менән шәкәрҙе халыҡ телендә “аҡ үлем” тип атап йөрөтәләр. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме, юҡмы? Табиптар раҫлауынса, улар йоғошло сирҙәргә ҡарағанда ла күберәк кешене һәләк итә. Туҡланыуҙа йыш ҡына ниндәй кәмселектәргә юл ҡуябыҙ, ниндәй аҙыҡтарҙы самалап, ҡайһыларынан бөтөнләй баш тартыу хәйерлерәк булыр ине? Ошо хаҡта табип-диетолог Сергей Бойцовтың кәңәштәренә күҙ һалайыҡ. Уның әйтеүенсә, артыҡ майлы аҙыҡтар кеше һаулығы өсөн файҙалы түгел. Был аҙыҡтарға тауыҡ, күркә, йорт ҡуяны, майлы булмаған ит сорттарынан башҡа ҡалған ит аҙыҡтарын индерергә була. Майлы ит ашауҙы сикләргә кәрәк. “Мин бөтөнләй ашамағыҙ тип әйтмәйем, әммә даими ҡулланыу ярамай. Шулай уҡ ҡуйылығы юғары булған, майлы һөт аҙыҡтарын файҙаланыуҙы кәметергә кәрәк. Әгәр йогурттар яратаһығыҙ икән, уларҙың биш процентлыһын, ә ҡаймаҡтың ун процентлыһын алығыҙ. Бик күп аҙыҡтарҙа трансизомерлы май кислоталары бар – торт, кәнфит, вафли, чипсы һәм башҡа шундай кетерҙәк тәмле-татлы аҙыҡтарҙың барыһында ла тиерлек. Магазиндарҙ
