Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш ҡаланың төньяҡ өлөшө үҫешә

8 апрелдә Өфө ҡалаһы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендәге Йылы күленең яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был башланғыс Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек эштәренә ярашлы тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереү концепцияһы “Йылы яр” тип атала. Эштәрҙе ике этапта башҡаралар, тип асыҡлыҡ индерҙе Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин. Тәүгеһе 2022 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырылған. Төҙөкләндереү майҙаны 4,4 гектар тәшкил иткән. Яҡын-тирәлә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр аралашыу ваҡытында республика етәкселегенә уңайлы ҡала киңлеген булдырған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм икенсе сиратты тиҙерәк тормошҡа ашырыуҙы көтөүҙәре хаҡында әйтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо башланғыстарға бәйле яңы яҙма менән дә уртаҡлашты. “Оҙаҡ ваҡыт Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр заманса уңайлы йәмәғәт биләмәләренән мәхрүм булды. Беҙ был ғәҙелһеҙлекте төҙәтәбеҙ. “Беренсе май” паркын реконструкциялауҙы, Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында эштәрҙе тамамлайбыҙ. Инорстағы Йылы күлдә лә төҙөкләндереү эштәрен дауам итәбеҙ, быйыл икенсе сиратты башлайбыҙ. Яҡында ғына төҙөлөүсе Ишеү слаломы үҙәге менән бергә был урын ҡала халҡының яратҡан биләмәһе буласаҡ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov