Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының Программа комитеты ултырышын үткәрҙе. Был сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм 2-3 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк. Төбәк һәм федераль спикерҙар, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары ҡатнашҡан ултырышта Ҡытай Халыҡ Республикаһының инвестиция форумында партнер ил булараҡ ҡатнашасағы әйтелде. - Инвестиция һабантуйы ярҙамында Урал аръяғы төбәге һәр ваҡыт муниципалитеттың ғына түгел, тотош төбәктең үҫеш векторын аңлау өсөн майҙансыҡҡа әйләнә. Мәҫәлән, Сибайҙа Сибай - Подольск - Яңы мәғдән тимер юл тармағын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Шулай уҡ туризм өлкәһендә дөйөм суммаһы 20 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Ошонда уҡ балалар һауыҡтырыу лагерын төҙөйбөҙ, инвестициялар күләме яҡынса 4 миллиард һум
