3 апрелдән 7-һенә тиклем Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында «Мәктәп туҡланыуы аҙнаһы» тип исемләнгән сара үтте. Был хаҡта ойштороусылар социаль селтәрҙә ентекле яҡтыртып барҙы. «Мәктәптә һәм өйҙә сәләмәт туҡланыу», был аҙнала мәктәп эсендә лә, унан тыш та сәләмәт туҡланыуға арналған бик мөһим нәмәләр тураһында һөйләшелде, тип яҙҙы. Балаларға ашнаҡсының етди профессия булыуы хаҡында еткерелде, дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлектең нигеҙе икәнлеген белде балалар һәм милли ризыҡтарыбыҙ менән танышты. Уҡыусылар дөрөҫ туҡланыуға арналған был сарала ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, 8-се класс уҡыусылары ашнаҡсы Екатерина Мухкулова ярҙамында милли ризығыбыҙ - ҡош телен бешерергә өйрәнде. Башҡорттарҙың милли аш һыуы ғорурлыҡ булып, өҫтәлдәрҙе һәр саҡ биҙәп тороуын төшөндө уҡыусылар. Башланғыс кластар «Минең яратҡан аҙығым» тигән рәсем конкурсында әүҙем ҡатнашты. Бәләкәстәр һәр береһе үҙенең иң яратҡан ашын ҡағыҙ битенә төшөрҙө. Ә 5-7-се кластар «Беҙ дөрөҫ туҡланыу яҡлы тигән плакаттар эшләп элде. Мәктәптә дөрө