Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе коллективы – уҡытыусылар һәм уҡыусылар берҙәм рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам әҙерләгән. Балалар маскировка селтәре үреүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ә уҡытыусылар мәктәптең ашханаһында һалдаттар өсөн туҡмас ҡырҡып киптергән. Ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, белем усаҡтары директорҙары, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында йыйылып, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре эшләгән. - Бер коллегабыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улы ялға ҡайтты. Яҡын көндәрҙә ул тағы юлға йыйына. Был ярҙам сараларын уның артынса гуманитар ылау менән уға һәм яуҙаш иптәштәренә тип төбәп оҙатасаҡбыҙ, - ти уҡытыусылар. Видеояҙмалағы йырҙа: “Тыуған ер, тыуған тупраҡ Саҡыра, һағындыра. Насип ит, яҙмыш, иҫән-һау Тыуған яҡҡа ҡайтырға!” – тип йырлана. Беҙ ҙә ошо изге теләктә ҡалабыҙ: яуҙағыларҙың барыһына ла имен-һау тыуған ерҙәренә, ғәзиз кешеләре янына ҡайтырға насип булһын! Фотолар һәм видеояҙма: Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбенән.