Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөмкин булмаған ғәмәлдәр юҡ!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. "Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһы лауреаттарын бүләкләү туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә һәм ошо ваҡыт дауамында конкурс Башҡортостандың ғына түгел, тотош илебеҙҙең спорт тормошондағы мөһим ваҡиғаға әйләнде. Конкурс федераль кимәлдә лә билдәле. Быны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Николаевич Чернышенконың ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға төбәп ебәргән йылы ҡотлау һүҙҙәре лә раҫлай. Шуныһы айырыуса мөһим: был конкурста ҡатнашыу һәм еңеү яулау сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә үҙенә ҡарата ышанысты арттырырға, маҡсатҡа өлгәшергә һәм мөмкинлектәрҙең үҙҙәре уйлағандан да киңерәк булыуын аңларға ярҙам итә. Премия тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусыларға донъяға асыҡ, көслө рухлы булыуҙарын теләйем. Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмағыҙ һәм мөмкин булмаған ғәмәлдәр юҡ икәненә ышанығыҙ!” – тип яҙҙы Максим Забелин. Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com/zabelinm