– Атаһы, ҡыҙың менән һөйләшеп ҡараһаңсы... Ана тағы сығып һыҙҙы, әйткәнде ҡолағына ла элмәй! Берәйһе әүрәтеп ҡуймаһын, тим, оятҡа ҡалырға яҙмаһын! – тип иртә менән туҡтауһыҙ тыҡылдаған ҡатынын нисек тынысландырырға белмәне Мәғәриф. – Белерһең әле, ҡыҙыңды һаҡлай алмағаныңа үкенеп, сәсеңде йолҡорҙай булырһың! Ишеү Бибисара апай кисә юлда осрап, яраға тоҙ һипкәндәй, “ҡыҙыңа егеттәр менән йөрөргә иртә түгелме икән, Рәсимә?” – тип иҫкәртеп ҡуйҙы. “Дилбегәне” атай кешегә ҡатыраҡ тотоу һәйбәт булыр ине, – тип дауам итте ҡатыны. – Үҫкән ҡыҙ бит инде, уның артынан ҡойроҡтай эйәреп йөрөп булмай хәҙер. Йә институтҡа, йә бейеү түңәрәгенә, йә әхирәттәренә йүгерә, туҡтатып буламы ни? Ярай, әйткеләп ҡарармын, – тип ризалашты Мәғәриф. Рәйсә, ысынлап та, бәләкәйҙән тиктормаҫ, үткер, тиҙ аралашыусан ҡыҙ булып үҫте. Мәктәптәге, аҙаҡ институттағы мажаралар, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар ошо шуҡ ҡыҙҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ә хәҙер уны йыш ҡына өйгә оҙатып ҡуйыусы йәш-елкенсәк күренеүе һуңғы