Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлсөм (Хикәйә)

Иренән айырылғас, Гөл­сөм ике балаһын яңғыҙ үҫтерҙе. Ғорур булды, али­ментҡа бирмәне. Бер туҡ­тауһыҙ эш алыштырған йә айҙар буйы эшләмәй ятҡан иренән ярҙам көтөп булмай. Бәхетенә күрә, ике балаһы ла тырышып, юғары стипендия алып уҡыны. Улы эшләп уҡыны, уны мәшәҡәтләмәне. Ҡыҙы егерме бер йәшен­дә ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Туйҙы Өфөлә кафела үткәрҙеләр. Көсөм етерме, тип ҡайғырғайны Гөлсөм, барыһы ла ыңғай килеп сыҡты, мәжлес матур үтте. Хәҙер ике ейәне үҫеп килә, кейәүе уңған. Йәштәр ипотекаға фатир ҙа алды, бер-береһен ҡәҙерләп, татыу йәшәйҙәр, шуға һөйөнөп бөтә алмай әсә. Бына улы ла, егерме алты йәше тулырға бер аҙна ҡалғас, ҡунаҡ алып ҡай­тырын хәбәр итте. Ҡатын улын, уның дуҫ егеттәрен төрлө тәмлекәстәр бешереп көттө. Тик улы дуҫтарын түгел, таныш булмаған ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтып инде. – Әсәй, таныш бул. Минең кәләшем Әнисә. Өләсәһендә үҫкән йәтим ҡыҙ. Кисә генә яҙылыштыҡ, – тип таныш­тырҙы улы. Ҡапылда ни әйтергә белмәһә лә, Гөлсөм: – Ярай, бәхетле йәшәгеҙ, – тигән булды, эсенән генә “Әллә бер ай йәшәрһегеҙ, әллә биш. Мине мәшәҡәт­ләмәгәс ярай инде”, – тип уйланы. Ҡыҙына туй үткәр­гәндә кредит алып нисә йыл түләгәне иҫенә төштө. Әнисәне күргәс иһә, ҡатын ниңәлер бик ҡаушаны. Һиҙ­ҙермәҫкә тырышып, тиҙ генә табын әҙерләне. Әнисәгә сынаяғын һонған саҡта ҡулы ҡалтырап, сәйе түгелеп китте. Ҡыҙ ярҙам итергә ашыҡ­ты. Етеҙ хәрәкәтләнеп, өҫтәлде һөрттө. Сәй яһап килтерҙе. Гөлсөм бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, битен ҡыҙғылт таптар ҡапланы. Йөрәге күкрәк ситлегенән атылып сығырҙай дарһылдап типте. Ҡатын ғү­мерендә тәүге тапҡыр нин­дәйҙер ҡыйын, сәйер тойғо кисерҙе. Улының үҙенән фатиха алып тормай ғына башлы-күҙле булырға иткәнен шулай ауыр кисерҙеме, үҙе лә аңламаны. Улы Әнисәне бигерәк оҡшата буғай. Ике күҙен тултырып текләп тик ултыра бит шул ҡороғорға. Уның өсөн донъялағы иң сибәр ҡыҙ булып тойолалыр инде. Тегеһе лә Алмаздан күҙен алмай. Гөлсөмгә иһә ҡыҙ оҡша­маны. Төҫкә уртаса, иҫ киткес матур тип булмай. Һарғылт сәсле, һипкелле ябыҡ ҡыҙ. Хыялында күрше ҡыҙы Альбинаны килене итеп күрә ине. Сибәр, уңған, аҡыллы ҡыҙ менән улы ниндәй матур пар булыр ине. Альбинаның атаһы Себерҙә эшләй, әсәһе – бухгалтер. Етеш йәшәйҙәр. Ә был ҡыҙ таныш түгел. Ата-әсәһе ниндәй булғанын бары фараз итергә генә ҡала... Төрлө ҡаршылыҡлы уй­ҙар солғанышында ҡалды ҡатын. Иң яҡын әхирәте, серҙәше Айһылыуға барып һөйләшеп ултырғанында уйындағы менән уртаҡ­лашты. – Улың оҡшатҡан икән, түҙәһең инде. Сабыр бул. Араларына инмә. Мин дә кейәүемде оҡшатманым башта. Ҡыҙыма пар түгел тип көйөп, һыҙланып бер булдым. Эстән һығылдым, эстән ҡайғырҙым, тик балама һиҙҙермәҫкә тырыштым. Өйрәнеп киттем. Хәҙер ке­йәүем дә ҡәйнәм, тип өҙөлөп тора. Аҡса таба, ҡыҙым бәхетле. Һин дә өйрәнерһең. Йәтим ҡыҙ, ҡайғыны етерлек күргәндер. Барыһын да яҡшыға юра. – Шулай ҙа бит. Уны күргәс, әллә нисек булып китте шул. – Ҡуй, юҡ-бар уйлама, барыһы ла яҡшы булыр, – тип тынысландырҙы Айһы­лыу. Бер йыл да үтеп китте. Йәштәр район үҙәгендә, Әнисәнең өләсәһенән ҡалған ике бүлмәле фатирҙа, йә­шәй. Ял һайын ҡайтып яр­ҙамлашалар. Гөлсөм Айһы­лыуҙың кәңәшен тыңланы, улы хаҡына киленен ҡабул итергә тырышты. Килене уңған былай. Ни­мәгә тотонһа ла, еренә еткереп, тырышып эшләй. Ана, хатта баҡсалағы иҫке тишек мискәләрҙе буяп, төрлө сәскә ултыртты, баҡсаһы тағы ла йәмлерәк, күңеллерәк булып китте. Бер көн ярайһы уҡ оҙаҡ күрешмәгән ике туған Ләбибә апаһы килде. Һеңлеһе бе­шергән ризыҡтар менән һыйланып, ҙур самауырҙы бушатҡансы ултырҙы. Тирә-яҡҡа ҡаранып, тауышын әкренәйтә төштө. Шунан бик әһәмиәтле, үтә мөһим хәбәр әйтергә теләгәндәй, серле йылмайып белдерҙе: – Эй, әйтергә оноттом бит, киленеңдең атаһы сизола ятҡанында үлгән икән дә. Кеше үлтергәнме шунда... Тёмная история... – Ҡоҙа Алыҫ Көнсығышҡа эшкә китеп юғалған бит. Милицияға ғариза яҙып эҙләтеп ҡарағандар, табыл­маған. – Юҡ шул. Уголовник ул. Алмазың уголовник ҡыҙына өйләнгән бит. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Күрә­һегеҙ алда икән... Бер тигән егет, бик шәп ҡыҙ менән пар булыр ине лә бит. Эй Аллам, һеҙҙе йәлләп бер булдым. Тамағыма аш бармай, йоҡом осто. Туғанҡайым, ҡайғырма инде, – тине Ләбибә, ә үҙе ләззәтләнеп бысраҡ һүҙҙә­рен теҙҙе генә. Әнисәнең атаһы тураһын­да хәбәрен ул уйлап сығарғайны. Алдаҡ хәбәрен һөйләй торғас, үҙе лә ышана башлаған ине... Гөлсөм йөрәге ауыртыуын тойҙо. Шулай ҙа мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышты. – Уй, апай, шул хәбәрҙе әйтер өсөн килдеңме? Ярай, ҡайт инде. Яңғыҙым ҡалғым килә, – тип әйтергә көс тапты. Хушлашып, бер ни булма­ғандай йылмайып ҡайтып китте Ләбибә. Уйламай әйт­кән хәбәре менән һеңле­һенең күңеленә тоҙ һалғанын уйлап та бирмәне. Апаһын оҙатҡас, Гөлсөм дарыу эсте лә диванға ятты. Йөрәк ауыртыуы көсәйҙе. Айһылыу әхирәте фельдшер бит. Уға барырға уйланы. Әхирәте менән һөйләшһә, уның аҡыллы кәңәштәрен тыңлап тынысланыр. Укол ҡаҙатһа, йөрәк ауыртыуы баҫылыр. Тик ҡапҡа тышына сығып бер аҙым да атлап өлгөрмәне, йөрәген тотоп йығылды... Әсәһенең йөрәк өйәнәге менән реанимацияға эләгеүе Алмазға аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Быға тиклем бер ваҡытта ла һаулығына зарланмаған, дауаханала ятмаған әсәһе ике тәүлек үлем менән йәшәү араһында булһын әле! Төн йоҡламай ҡайғырҙы егет. Әнисә лә һурығып, ябығып китте. Ун йәшенән әсәйһеҙ ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫте ул. Былтыр өләсәһе лә гүр эйәһе булды. Ҡәйнәһен, йәндәй күргән Алмазының һөйөклө әсәһен, яратып өлгөргәйне йәш ҡатын. Реанимацияға иң йыш шылтыратыусы, иң күп борсолоусы Алмаз менән Әнисә булғандыр. Ике тәүлектән Гөлсөмдөң хәле яҡшыра башланы. Уны кардиология бүлегенә, ике кешелек палатаға күсерҙеләр. Улы менән килене янына көн дә килә. Килене һаҡ ҡына ҡағылып юрғанын рәтләй, ҡулдарын һыйпай. Хәлен яҡшыртыр өсөн барыһын да эшләргә тырышҡан була. Ә күҙҙәре... Шундай ихласлыҡ уның ҡарашында, шундай һөйөп ҡарай балаҡай. Гөлсөм әле ҡасан ғына уны яратмағанын уйлай ҙа уңайһыҙланып китә. – Бигерәк яҡшы бит һинең ҡыҙың, күҙ теймәһен үҙенә! – Әнисә ҡайтып киткәс, шулай тип әйтеп ҡуйҙы палаталаш ҡатын. – Киленем ул, – тип йыл­майҙы Гөлсөм. Ҡасандыр өнәп еткермәгәнен, икенсе килен хаҡында хыяллан­ғанын уйлай ҙа оялып китә. Улының бәхете бар булмышынан наҙ, ихласлыҡ бөр­көлгән ошо ҡыҙыҡайҙа бит. Быны ваҡыт үткәс кенә аңланы Гөлсөм. Әнисә килеп инһә, палата нурға тулған кеүек яҡтырып, йәмләнеп киткәндәй тойола. Бөгөн улы менән килене икеһе бергә килде. Алмаз бер әсәһенә, бер кәләшенә йылмайып ҡарай. Нимәлер әйтергә уйлай ҙа, әйтеп бөтөрмәй кеүек. Һаҡ ҡына ҡағылып, иркәләп әсәһенең ҡулын һыйпаны: – Әсәй, беҙҙең ҡыҙыбыҙ буласаҡ! – тине, сикһеҙ бәхетле йылмайып. – Эй , балаҡайҙар, бөгөн төндә шундай матур төш күргәйнем шул. Ҡыуаныслы хәбәр ишетергә яҙҙы бит. Иҫән-һау булып тыуһын!.. – Әсә улы менән килененә яратып ҡараны. Бите буйлап шатлыҡ йәштәре тәгәрәне. - Римма ӘХМӘТЙӘНОВА