Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике уңған тура килгән

Быға тиклем тыуған ауылында етәкселек эше менән ихтирам, абруй ҡаҙанып өлгөргән Ренат Хоҙайғолов 2019 йылда үҙ кәсебен башлап ебәрә. Ҡул-балта эштәренә оҫталығы күңеленә тынғы бирмәгәнлектән ошондай ҡарарға килгәндер ул, моғайын. Тәүҙә йорт йыһаздары: өҫтәл, ябай, артлы ултырғыстар, шкаф, диван-тахталар, беседкалар һәм башҡалар - эшләү менән булыша. Бар күңелен һалып башҡарған ҡул эштәре сифатлы, ныҡлы, матур килеп сыға. “Кем эшләгән – шул эшләгән” тип әйтерлек булһын, ти ул һәр ваҡыт. Ренаттың оҫталығы тураһында дан тирә-яҡ ауылдарға ғына түгел, райондарға ла күптән таралған. Заказ менән үҙҙәре теләгәнсә кәрәкле әйберҙәрен эшләтеп алып ҡыуана халыҡ был яҡтарҙа. Әлеге мәлдә тәбиғәткә сыҡҡанда ҡулай йыйылмалы ултырғыс, өҫтәл, уларҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡты тултырыр өсөн ҡумта эшләйҙәр. Нимәгә тотонһа ла, ҡойоп ҡуйғандай камил килеп сыға уның хеҙмәт емештәре. Тора-бара ҙурыраҡ эштәрҙә үҙен һынамаҡсы булып, мунса, өйҙәр төҙөүгә тотона эшҡыуар. Был шөғөлгә ул бер нисә ауылдашын да йәлеп иткән. Быйылғы йылдан улар ауыл ипотекаһына дәүләт программаһы буйынса өйҙәр ҙә төҙөй. Сеймалды Бөрйән яғынан һатып алалар, материалды бөтә технологияларҙы еренә еткереп, ентекле әҙерләйҙәр. Буш ултырыуҙы белмәй һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл иргә, әлбиттә, ҡатыны яғынан да аңлау, яҡлау, ярҙам тейешенсә булдырылған. Ике уңған тура килгәндә, икең бер һүҙле булғанда, тормош та ыңғайлап алға китергә генә тора шул. Ренат Ғәйзулла улы менән Бөрйән һылыуы Гөлнәзирә Зиннур ҡыҙының бергә тормош ҡороуҙарына хәҙер 15 йыл, бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫә. Хужабикә мәктәптә уҡытыусы һәм директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй, әлеге ваҡытта бәләкәстәре менән декрет ялында. Өлкән улдары Динислам 8-се класта уҡый, бик тырыш, отҡор бала, спорт буйынса ла һынатмай. Үткән йыл фәнни эше менән Мәскәүҙә ҡатнашып, 2-се урын алып ҡайтҡан ул. Ә быйылғы уҡыу йылында район хакимиәте башлығы стипендияһын ала. Ҡыҙҙары Регина – 4-се, Камила 3-сө класта белем ала. Улар ҙа бик уңған, хәстәрлекле булып үҫеп килә. Әсәйҙәренә өс айлыҡ бәләкәс Нәркәс һылыуҙарын тәрбиәләшеүҙә ҙур ярҙамсы улар. Бына шундай матур, тырыш, йүнсел ғаилә менән танышырға насип булды Күгәрсен яҡтарында. Уларға артабан да уңыштар, яңынан-яңы идеялар, балаларын иҫән-һау үҫтереп, лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ. Фото: шәхси архивтан.