Ҡытайҙар һәр иртән ғәҙәти булмағанса йөрөп ала икән. Ҡарты, йәше - йөҙәрләгән кеше парктарҙа дәррәү генә дүрт аяҡлап атлай. Ситтән ҡарағанда ҡыҙыҡ күренеш кеүек. Ә уларҙың фекеренсә, былай эшләү муйын һәм арҡалағы ауыртыуҙы бөтөрә. Бындай күнегеү Боронғо Ҡытайҙа уҡ ғәмәлдә булған. China News баҫмаһына биргән интервьюһында бер ир, ошондай күнекмә ярҙамында елкәләге мускул көсөргәнешлегенән арындым, ҡан баҫымым яйға һалынды, тигән. Бындай йөрөштөң эксперттарының береһе Дунь алты йыл инде шөғөлләнә. Уға 90 йәш, үҙен һау һәм еңел тоя. Элек-электән Ҡытай табиптары пациенттарына төрлө хайуандарҙың хәрәкәтен ҡабатлап күнекмә үткәрергә ҡушҡанлығы билдәле. Шулай эшләгәндә арҡа һөйәгенең көсөргәнешлеге кәмегән, ғәҙәти атлағанда ҡыбырламаған мускулдар хәрәкәткә килгән. Хәҙерге заман ҡытай табиптары ла бындай йөрөштөң файҙалы булыуын инҡар итмәй. Фото:pixabay.com