Найти тему
Башҡортостан гәзите

Быйылғы лауреаттар билдәле булды

7 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова исемендәге IX “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Был конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән иң яҡшы спортсылар, тренерҙар, инвалид балаһы булған йәш ғаиләләр, бағыусылар һәм киң матбуғат сараларын асыҡлау мөмкинлеген бирә. “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһы 2014 йылдан алып Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды тарафынан тапшырыла. Ул инвалид спортын һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спортта юғары ҡаҙаныштарын пропагандалауға йүнәлтелгән. Сарала билдәле спортсылар, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы сенаторҙары, вице-премьерҙар, министрҙар һәм башҡалар ҡатнашты. Беренсе тапҡыр Рәсәйҙең билдәле спортсыһы Елизавета Туҡтамышева да булды. Быйыл 200-ҙән ашыу кеше ғариза биргән. Шулай итеп, “Милләт йәшлеге” премияһы лауреаттары түбәндәгеләр: “Чемпион тәрбиәләүсе” номинацияһында – Дьяченко ғаиләһе; “Йыл асышы” номинацияһында – 14 йәшлек спортсы, Рәсәйҙең спорт мастеры, төрлө турнирҙарҙа еңеүсе Эмиль Сәлимгәрәев; “Сикһеҙ спорт” номинацияһында – Алиса Иванова (һаңғырауҙар араһында тау спорты), Камилла Мавлянова (еңел атлетика һәм тау саңғыһы) һәм Анастасия Акатьева (коляскала бейеү); “Паралимпия спорты өмөтө” номинацияһында – ағалы-ҡустылы Виктор һәм Михей Сидоровтар; “Еңеү сере” номинацияһында еңеүселәр – Кристина Коваленко (интеллектуаль тайпылыштары булғандар араһында тау спорты буйынса өлкән тренер), Илдар Назимов (һаңғырауҙар араһында еңел атлетика) һәм Татьяна Артамонова (коляскала бейеү); “Асыҡ ҡараш” номинацияһында еңеүселәр – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Спутник FM” радиокомпанияһы һәм “Огни Агидели” ҡала гәзите. Был сарала яңы номинация “Бергә изгелек илтәбеҙ” булды. Унда доброволецтар үҙәге һәм Күмертауҙан “Белая река” ойошмаһы еңде. Тамашасылар өсөн бай йөкмәткеле концерт та ҡуйылды. Александр Данилов фотоһы.