Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кеше яҙмыштан көслөрәкме?

1950 йылдарҙа Гарвардта тикшеренеүҙәр ваҡытында доктор Курт Рихтер сысҡандарҙы һыу һауытына һала, улар һыу өҫтөндә күпме ваҡыт тора ала икәнен тикшерә. Уртаса алғанда, 15 минуттан улар хәлдәре бөтә һәм бата башлай. Әммә тикшеренеүселәр уларҙы сығара, киптерә, бер нисә минут ял иткәндән һуң кире һыуға ҡайтара. Икенсеһендә улар күпме ваҡытҡа сыҙаған тип уйлайһығыҙ? Тағы 15 минут? 10 минут? 5 минут? Юҡ! 60 сәғәт! Был хата түгел. Дөрөҫ! 60 сәғәт һыуҙа йөҙгәндәр. Һөҙөмтәһе билдәле: сысҡандар артабанғы ҡотолоуҙарына ышанғанлыҡтан, улар үҙ тәндәрен мөмкин булмағанды үтәргә мәжбүр итә һәм мөмкинлектәрен киңәйтә алған. Әгәр өмөт арыған сысҡандарҙы шул тиклем оҙаҡ йөҙөргә мәжбүр итә алһа, һеҙгә үҙегеҙгә һәм һәләттәрегеҙгә ышаныу нимәгә килтерә ала? Кеше ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәүен дауам итә икән, ул үҙ яҙмышынан көслөрәк! Эрих Мария Ремарк. Сығанаҡ: vk.com/tweas