Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡайһылай бысраҡ йыуған!.."

Йәш ғаилә яңы фатирҙа йәшәй башлаған. Ҡатын иртәнсәк уяныу менән тәҙрәгә күҙ һалһа, күршеһе кер элеп йөрөй, ти. – Ҡара әле, ҡайһылай бысраҡ йыуған! – тип аптырауҙан хайран ҡалған ул. Был хаҡта иренә әйтһә, уныһы әллә ни иғтибар бирмәгән. – Моғайын, һабыны насарҙыр, – тип ҡуйған ҡатын. – Бәлки, үҙе йыуа белмәйҙер. Өйрәтергә кәрәк булыр.Бындай хәл күршеһе кер элгән һайын ҡабатланған. Ә бер иртәлә ҡатын, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла ҡысҡырып ебәргән:– Оһо! Бөгөн керҙәре таҙа! Ниһайәт, йыуырға өйрәнде күршем!– Яңылышаһың, – тип көрһөнгән ире. – Киреһенсә, мин, иртәрәк тороп, үҙебеҙҙең тәҙрәне йыуҙым… "Башҡаларҙан алда үҙеңде бел", "Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел" тип өйрәтә динебеҙ. Ошо һабаҡтарға изге Рамаҙанда тағы ла нығыраҡ төшөнөргә, бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп йәшәргә яҙһын. 8 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Фото: islam.ru