Гәүһәр апай менән Мораҡта, медицина үҙәгендә дауаланып йөрөгәндә, таныштым. Көн һайын уколға барам, уның ҡулы шифалы, күңеле яҡты. Бер-беребеҙгә тиҙ үк тартылдыҡ, хәл-әхүәл белешәбеҙ, яңылыҡтар һөйләшәбеҙ. Бер көн “Аҡмулла арбаһы”на ултырып “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре килеүен, улар менән осрашыуға әҙерләнеп йөрөүемде әйттем. “О, “Ағиҙел” минең яҙмышта роль уйнаған баҫма ул”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Мин дә, ҡыҙыҡһынып, төпсөнә башланым. Бик үҙенсәлекле генә тарих килеп сыҡты. Гәүһәр апай сығышы менән Ейәнсура районыныҡы. Атаһы Диләүер Хәсән улы Туймаҡаев 1939 йылда Күгәрсен ауылында тыуған. Бик уҡымышлы, китап яратҡан, бер гәзит-журналды ла ҡалдырмай уҡып барған олатай булған. “Эштән ҡайтҡас, мейес алдына ултырып ала ла гәзит йә “Ағиҙел” уҡый. Йәй ҡулына китап тотҡанын бик күрмәнем, эш өҫтөндә уҡығандыр. Бәләкәй саҡта әтейҙе бик күрмәй ҙә инек. Беҙ торғансы эшкә китә, беҙ йоҡларға ятҡас ҡайта. 1975 йылда уҡырға барҙым. Бына бит үҙемдең исемде русса яҙа алмайым! Гәүһәрҙең русса нисек яҙылғанын белмәйем: Гаухар, Гаусар, әллә башҡасамы? “Атай-әсәйеңдән яҡшылап һорап кил! Беҙҙә булмаған исемде...” – уҡытыусынан ҡаты ғына шелтә эләкте. Мәктәптән илап ҡайттым да атайға дәғүә белдерәм: әллә ниндәй исем ҡушҡанһың, русса яҙып та булмай. Бер заман атайым өй башына менеп китте лә “Ағиҙел” журналын төшөрҙө. Йылын аныҡ ҡына хәтерләмәйем, 1967-1968 йылдарҙа баҫылған булдымы икән, ниндәй әҫәр икәне лә иҫтә түгел. Шуны ғына беләм: төпкөлгә уҡытырға килгән Гәүһәр тигән уҡытыусы тураһында. “Һиңә бына ошо уҡытыусының исемен ҡуштыҡ. Уның һымаҡ аҡыллы, уҡымышлы булып үҫеүеңде теләнек. Ә һин асыуланаһың”, – тине атайым. Беренсе класта ғына булһам да, яйлап тороп шуны уҡып сыҡтым. Белге килә бит ни өсөн ҡушҡандарын. Әҫәр ҙә оҡшаны, журналдағы уҡытыусы ла, исемем дә!”, – тип һөйләне Гәүһәр апай. Атаһы уҡытыусы булырһың тиһә лә, ҡыҙ ғүмерлек һөнәрен медицина өлкәһенән һайлай. Һәм иң ҡыҙығы: ул шул журналды эҙләп тапты! Үҙәк китапханаға хәбәр яҙа, китапхана хеҙмәткәрҙәре 1967, 1968 йылдарҙа сыҡҡан “Ағиҙел”дең электрон күсермәләренә һылтанма ебәрә. 1967 йылды ҡарап сыға, унда булмай. 1968 йылғыларға тотона һәм беренсе һанда уҡ Гәүһәр тигән уҡытыусы тураһындағы әҫәргә тап була: Ибраһим Ғиззәтуллиндың “Тормош һуҡмаҡтары” тигән повесы! Күренекле яҙыусы, батыр яугир, үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән күптәргә өлгө булған, аяҡ-ҡулы, кәүҙәһе ҡуҙғалмаһа ла, тормош иптәше Зөләйха апай ярҙамында ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр ижад иткән Ибраһим ағайҙың героиняһы! “Донъяла иң матур исем минеке ул!” – тип йылмая Гәүһәр апай. Назар НӘЖМИ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1949 – 1954 йылдарҙа “Әҙәби Башҡортостан” журналы хеҙмәткәре, баш мөхәррире Уртаҡ яҙмыш Бөгөнгө “Ағиҙел”дең элекке исемдәренең күп булыуы тураһында уйлаһаң, йәшәлгән ғүмерҙең, замандың гел үҙгәрештәрҙән генә торғаны ла, шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙең торошо ла, журналдың хәле лә күҙ алдына баҫа. Журнал “Октябрь” исемен йөрөткәндә унда минең тәүге шиғырҙарым, хикәйәләрем (1938 – 1941) баҫылып сыҡты. Ғибрәт өсөн шуны ла әйтеп китеү ҡыҙыҡ булыр: мәҫәлән, СССР Юғары Советына ҡағылышлы минең “Большевистик тауыш бирегеҙ” исемле шиғыр менән (исеменә иғтибар итегеҙ!) асылған журнал һаны (1938) дүртме, бишме айға һуңлап сыҡты – һайлауҙар әллә ҡасан үткәйне инде. Журналға “Әҙәби Башҡортостан” тигән исем ҡушылғас, миңә уның редакцияһында эшләргә (1949 – 1954) насип булды. Журнал ул ваҡытта бик тә йоҡа, өсмө-дүртме табаҡ самаһы, ә тиражы өс меңдән артмай ине булһа кәрәк. Беҙ өс кеше эшләнек: мөхәррир һәм ике хеҙмәткәр. Мөхәррир Сәғит ағай Агиштың күҙе насар күрә ине, ҡулъяҙмаларҙы бигүк уҡый алманы, етмәһә, Баязит Бикбай ағай: “Назар, редактор килгәнсе, әҙерәк эшләп алайыҡ әле”, – тип шаярта торғайны. Хәтеремдә, шул йоҡа ғына журналды ла туплар өсөн әҫәрҙәр юҡ ине. Мәҫәлән, Кирәй Мәргәндең “Нарыштау итәгендә” романын яҙылып бөтмәгән, эшләнеп ятҡан көйө баҫырға мәжбүр булғайныҡ. Бөгөнгө “Ағиҙел”дең алҡыныуы Хәким Ғиләжевтән башланды: исеме лә, күләме лә, тиражы ла. Ғәҙәттә, әҙәби журналдарҙың эстәлеге, йөҙө әҙәбиәттең торошона бәйле булыу менән бергә, уның мөхәррирҙәре кем булыуы ла бик мөһим. Бөгөнгө журнал элеккеләренә ҡарағанда бөтә яҡлап айырылып тора, тип әйтер инем. Уны тағы ла яҡшыртып, уға ҡарата уҡыусыларҙың мөхәббәтен тағы ла нығыраҡ яулау беҙҙән, авторҙарҙан, тора, был – уртаҡ яҙмыш. “Ағиҙел”, 1998, №3. Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Аҡ йылғаға иш булып Тәүге хикәйәләремде “Ағиҙел”гә бирергә йөрьәт итмәнем. “Совет Башҡортостаны”нда баҫылдым. Баш ҡаланан ситтә йәшәгәс, редакциялар тупһаһын тапарға ла тура килмәне. Тәүге китабым “Ялан сейәһе”н ҡулға алғанда ла мин нәшриәт, редакция тирәһенә аяҡ баҫҡан кеше түгел инем. Ана шул китабым сыҡҡас, дәртләнеп китептер инде, “Айлы төн” исемле хикәйәмде, конверт эшләп һалып, “Ағиҙел”гә ебәрҙем. Дауахана койкаһында, операцияға ике көн ҡалды тигәндә ултырып яҙған хикәйәм үҙемә ҡалһа бик ҡәҙерле ине. “Бәлки, был минең һуңғы әҫәремдер?” тигән уй мине бер генә минутҡа ла ҡалдырмағайны. Һәм шул әҫәрем “Ағиҙел”дә донъя күрҙе бит! Тәүге китабымды ҡулыма алған саҡтағынан да нығыраҡ шатландым быға. 1981 йылдың декабрь аҙағында үҙемде Өфөгә саҡырҙылар. Килдек Хәйҙәр менән. Баҡһаң, мине әҙәби баҫманың лауреаты иткәндәр! “Ағиҙел”дең баш мөхәррире Әмир ағай Гәрәев (йәне йәннәттә булһын): – Хикәйәләреңде уҡыйбыҙ – үҙеңде белмәйбеҙ, китабың сыҡты – үҙеңде күргәнебеҙ юҡ. Ахыры бына саҡырып килтерҙек. Ул кем шулай матур хикәйәләре менән беҙҙе һөйөндөрә икән, күрәйек әле, тинек. Әлхәмдүлилләһ, кесе йәшемдән яратҡан журналым менән йәнә бергәмен. Бер йән, бер тән булып, уның менән бергә ағам, бергә хисләнәм, бергә һөйөнәм һәм көйөнәм. Йә наҙлы, йә сапсан, йә тәрән, йә ярһыу ҡушылдыҡтарыңды йыйып, аҡ та аҡ һин, Аҡ йылғам! Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биргән Ағиҙелдәй, тылсым көсөңдө халҡыңа бир, “Ағиҙел”! Ағиҙелдәй оҙон, мул, бәрәкәтле ғүмер теләйем һиңә, “Ағиҙел”!.. Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1973 – 1977 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре “Ағиҙел” буйлап, уйҙар уйлап... Һай, ғүмер тигәндәре!.. Ҡайһылай тиҙ уҙа, тиң әле! Минең “Ағиҙел” журналында эшләй башлауыма ла 50 йыл тула, имеш! “Ағиҙел”дә эшләү ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ине. Минең өсөн (32 йәшлек егеткә!) бында күп яңылыҡтар асыла барҙы. Көн дә тиерлек яңынан-яңы авторҙар килә. Минең өсөн улар – автор ғына түгел, ә бығаса ишетеп-уҡып белгән, әммә күрешмәгән-танышмаған яҙыусылар, бик тә иғтибарлы апайҙар һәм ағайҙар. Һәр береһе ҡул биреп күрешә, минең кем, ҡайҙан булыуымды һорай, нимә яҙыуымды белешә. Иң тәүге күрешкәндәрҙән мин Ғәйнан Әмириҙе, Кирәй Мәргәнде, Хәниф Кәримде, Әнүәр Бикчәнтәевте, Мөхөтдин Тажиҙы хәтеремдә ҡалдырҙым, бер аҙҙан Зәйнәб Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова апайҙар менән таныштым. Бер көндө Баязит Бикбай ағайҙың өйөнә барырға юл төштө. Яуаплы секретарь миңә Баязит Бикбайҙың журналда сығып килгән ҡайһылыр әҫәренең (хәҙер хәтеремдән сыҡҡан инде) корректураһын алып барырға ҡушты. Баязит ағай менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ. Редакцияға Сәғит Агиш көн һайын тигәндәй килер ине. Ҡулында – туҡылдап торған таяҡ. Килгән һайын миңә өндәшеп: – Мырҙам, һин ҡайһы яҡтан әле? – тип һорауын ҡабатлай. – Теге юлы әйткән һүҙең ҡолаҡҡа инмәй ситтән үтеп киткән. Шуға һорайым, – тип үҙе һынаулы ғына ҡарап ала. Икенсе юлы килгәнендә йәнә шул бер үк һорауын иҫенә төшөрә лә: – Мырҙам, һин үпкәләмә. Теге юлы хәтер ҡапҡаһын япмағанмын да, әйткәндәрең сығып бөткән дә ҡуйған, – тип беҙҙе “ышандыра”. Беҙ көләбеҙ. Сәләх Кулибай ағай ҙа редакцияға йыш килер ине. Оҙағыраҡ килмәй торһа, уның тамаҡ төбөнән сыҡҡан ҡуйы гөрөлдөк тауышын һағына башлайбыҙ. Ул килеп ингәс тә күрешергә тип эргәһенә бара башлаһаң: – Яҡын килмә! Яҡын килмә, ҡырҡылаһың! – тип тәүҙә ҡапыл һиҫкәндереп ала кешене. Үҙе мут ҡына йылмая, йәнәһе лә, һемәйттем ҡустыны. “Ниңә, Сәләх ағай?” – тип һораһам, ағай салбар балаҡтарына күрһәтә: кейгән ҡара салбары бик ныҡ стрелкалап, хатта ҡылыс йөҙө һымаҡ йоҡартылып үтекләнгән! Бына ни өсөн “ҡырҡылаһың!” ти икән яугир юморист. Хәҙер инде әҙәбиәтебеҙҙең классиктарына әйләнгән оло быуын яҙыусыларының тормош юлы һәм ижади дуҫлыҡтарына бәйле әллә күпме ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар ҡалған хәтерҙәрҙә. Барыһы ла легендар шәхестәр ине улар: Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әхнәф Харис, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Тимер Арслан, Яҡуп Ҡолмой... Бында әле бөтәһе лә һанап сығылманы. Башҡорт теленең моңлолоғо, матурлығы, байлығының ышаныслы нигеҙе булған “Ағиҙел”ебеҙгә изгелекле, иманлы, оҙон-оҙаҡ ғүмер юрайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар! - Айгөл АЙЫТҠОЛОВАКүгәрсен районы