Найти в Дзене

Һөнәрле кеше бәхетле

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң икәнлеген беләбеҙ. Ҡайһы берәүҙәргә талантты бирһә бирә лә ҡуя шул мул итеп. Ҡарап тороуға нескә генә Рәмзиләнең төрлө яҡлап һәләтле булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Йәш сырайлы, мөләйем йөҙлө, йөрәгендә моңо, күңелендә илһамы булған был көләкәс ҡатынҡайға ҡарап, уны бер ҙә йәше ҡырҡтан ашҡан тип әйтмәҫһең. Илһам бәхеттән тыуа Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында йәшәгән Айҙар Ғәли улы һәм Рима Сәғәҙей ҡыҙы Арғынбаевтарҙың сәскәләй өс ҡыҙы араһында уртансы бала булып донъяға килгән ул. Илгәҙәк Рәмзиләгә үҙҙәре менән бергә йәшәгән Фәүзиә өләсәһенең тәрбиәһе нығыраҡ тейгәнгәме, ул бала саҡтан халҡыбыҙҙың йыр-моңон күңеленә һеңдереп, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын үҙ итеп үҫә. Өләсәһенең күлдәк-камзулдар тегеп кейеүен, ҡорама ҡорауын бик яҡшы хәтерләй. Үҙе лә 6-7 йәшендә “Зингер” теген машинаһында тегергә өйрәнә. – Атай-әсәйем гел эштә булғанғамы, мин һәр ваҡыт өләсәй эргәһендә урала торғайным. Уға эйәреп ҡурсаҡтарыма матур-матур күлдәктәр тегә

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң икәнлеген беләбеҙ. Ҡайһы берәүҙәргә талантты бирһә бирә лә ҡуя шул мул итеп. Ҡарап тороуға нескә генә Рәмзиләнең төрлө яҡлап һәләтле булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Йәш сырайлы, мөләйем йөҙлө, йөрәгендә моңо, күңелендә илһамы булған был көләкәс ҡатынҡайға ҡарап, уны бер ҙә йәше ҡырҡтан ашҡан тип әйтмәҫһең. Илһам бәхеттән тыуа Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында йәшәгән Айҙар Ғәли улы һәм Рима Сәғәҙей ҡыҙы Арғынбаевтарҙың сәскәләй өс ҡыҙы араһында уртансы бала булып донъяға килгән ул. Илгәҙәк Рәмзиләгә үҙҙәре менән бергә йәшәгән Фәүзиә өләсәһенең тәрбиәһе нығыраҡ тейгәнгәме, ул бала саҡтан халҡыбыҙҙың йыр-моңон күңеленә һеңдереп, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын үҙ итеп үҫә. Өләсәһенең күлдәк-камзулдар тегеп кейеүен, ҡорама ҡорауын бик яҡшы хәтерләй. Үҙе лә 6-7 йәшендә “Зингер” теген машинаһында тегергә өйрәнә. – Атай-әсәйем гел эштә булғанғамы, мин һәр ваҡыт өләсәй эргәһендә урала торғайным. Уға эйәреп ҡурсаҡтарыма матур-матур күлдәктәр тегә инем. Бөгөнгөләй хәтеремдә, өләсәйем миңә башҡорт милли күлдәге һәм ҡашмау тегеп кейҙерҙе. I класҡа уҡырға барғанда ошо кейемде кейеп, сәхнәлә бейенем. Шул ваҡыттан алып халҡыбыҙҙың милли кейеменә ғашиҡмын, тиһәм дә хата булмаҫ. Өләсәйемдән ҡалған боронғо тәңкәләрҙе әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым, – ти Рәмзилә. Сибай ҡалаһының 4-се мәктәбендә уҡығанында һәләтле ҡыҙ үҙенең класс етәксеһе һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Мәрйәм Ибраһим ҡыҙынан электр машинкаһында тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ала. Артабанғы яҙмышын яратҡан шөғөлө менән бәйләргә ниәтләп, Йылайыр һәм Юлдыбай һөнәрселек училищеларында уҡып, тегенсе, бухгалтер һөнәрҙәрен үҙләштерә. Бар донъяға яратып баҡҡан Рәмзилә тағы ла бер һәләткә эйә. Ул шиғырҙар яҙа, көйҙәр ижад итә. – Алты йәшемдә Гәүһәр һеңлемә арнап тәүге шиғырымды яҙҙым. Шунан һуң тыуған илебеҙҙе, уның хозур тәбиғәтен данлаған шиғыр юлдары тыуҙы. Атай-әсәйемә, уҡытыусыма, мөхәббәт темаһына арнап ижад иттем. Дуҫлашып йөрөгән егетем Илнарҙы әрмегә оҙатҡанда күңелемдән “Көтәм” тип аталған йыр урғылып сыҡты. Уның көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙем яҙҙым. Ул ваҡытта мин Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый инем. Һуңынан “Яңы йыл” йыры тыуҙы. Бергә уҡыған ҡыҙҙар йырҙарымды бик оҡшатты. Шулай итеп, көйҙәр, шиғырҙар ижад итеп алдым да киттем. Шиғырҙарым бик күп... Улар дәфтәр-блокноттарҙа һаҡлана. Ә йырҙарыма килгәндә, уларҙың 20-нән ашыуын йыр студияларында яҙҙырттым. Сибайҙан оҫта тауыш операторы Рәмил Мәхийәнов менән ете йыл тирәһе хеҙмәттәшлек иттек. Уға ҙур рәхмәтлемен. “Салауат” йырына клип төшөргәйнек, бик уңышлы килеп сыҡты. Милли батырыбыҙға арналған был йырымды Учалы районының һәүәҫкәр артистары һорап алып, гармун оҙатыуында башҡара. Сибай филармонияһында эшләгән тауыш режиссеры Ғәйсәр Моратовҡа ла рәхмәт. Уның менән артабан да хеҙмәттәшлек итербеҙ һәм тамашасылар хөкөмөнә яңы йырҙарым­ды сығарырмын тигән уй-хыялдарым бар, – тип һөйөнә йәш ижадсы. Йырҙарың нисек тыуа, ҡайҙан илһам алаһың, тигән һорауға Рәмзилә былай тип яуап бирҙе: – Илһам бәхеттән тыуа. Тормошта шатлыҡлы ваҡиғалар ни тиклем күберәк булһа, күңелдән йырҙар ҙа йышыраҡ урғыла. Кискеһен йәки төндә башыма шиғыр юлдары килһә, шунда уҡ телефонға яҙып ҡуйырға тырышам. Туғандарыма, атай-әсәйемә, балаларыма бағышланған йырҙарым бар. “Баймағым”, “Яҙ килә”, “Башҡортома”, “Бәхетем алда”, “Һүҙ – бысаҡ”, “Дуҫыма”, “Йәнкәйем” йырҙарын да халыҡ яратып ҡабул итте. Әлеге мәлдә Зилә апайыма һәм Гәүһәр һеңлемә арнап “Туғандар” тигән йырымды яҙҙырырға хыялланып йөрөйөм. Ошоға тиклем йырҙарымды гел үҙем башҡарҙым. Киләсәктә профессиональ йырсылар менән хеҙмәттәшлек иткем килә. Улар башҡарыуында минең йырҙарым бөтөнләй икенсе һулыш аласаҡ, тип уйлайым. Шуға күрә миңә мөрәжәғәт итһендәр, уларҙың һәр береһенең күңеленә ятырлыҡ йырҙар табырбыҙ. Бар яҡтан да һәләтле Йәтеш кенә кәүҙәле ҡатындың йөрәгенә ул тиклем моң шишмәһе ҡайҙан һыйғандыр? Рәмзилә һәүәҫкәр композитор ғына түгел, матур итеп йырлай ҙа. Үҙе тыуып үҫкән Алтын ҡасабаһында, килен булып төшкән Иҫке Сибай ауылында, шулай уҡ Сибай ҡала­һында уҙғарылған мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә үҙенең йыр студияһын асыу хыялы менән янып йәшәй ул. Рәмзилә һылыу ғаиләһенән дә уңған. Һөйгәнен әрменән көтөп алған ҡыҙҙың шатлығы эсенә һыймай. Оҙаҡламай йәштәр өйләнешеп, ныҡлы ғаилә ҡора. Иҫке Сибай ауылында өр-яңы йорт һалып инәләр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс улдары тыуа. Тырыш ата-әсә малайҙарына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығырға ярҙам итә. Өлкән улдары Иҙел әрменән ҡайтып, Төмән өлкәһендә вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Уртансылары Аяз Баймаҡ агроинженерия коллед­жының III курсында белем ала. Кеселәре Данияр VI класта уҡый. Рәмзиләгә тартып, Иҙеле бейеүсе булһа, Аяз менән Данияр шиғыр яҙыуға маһир. Ғаилә башлығы Илнар Хәсән улы һөнәре буйынса ташсы, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ишбулатовтар киләсәктә өйҙәрен иркенәйтеү ниәте менән төкәтмә эшләй башлаған. Бар яҡтан да уңған йорт хужабикәһенең тағы ла бер матур шөғөлө бар. Ул халыҡтан тегеүгә заказдар ҡабул итә. Башлыса, балаларға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға милли кос­тюмдар тегә. Үҙе шөғөлләнгән “Алтын” фольклор ансамбле ағзаларына ла милли күлдәктәр тегеп кейҙергән. Оҫта ҡуллы тегенсегә Баймаҡ, Ейәнсура тарафтарынан да заказдар күп булған. Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларының һорауҙары буйынса ҡурсаҡтарға милли костюмдар тегеү эшен атҡара. — Әҙер ҡурсаҡтарға кейем тегеп ултырғанда башыма шундай уй килде: ни эшләп әле сепрәктән ҡурсаҡ тегеп ҡарамаҫҡа? Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, тәүҙә ҡағыҙҙан өлгөләр әҙерләп алдым. Шунан туҡыманы бесеп, ҡурсаҡтар­ҙың кәүҙәләрен тектем, эсенә поролон тултырҙым. Тәүҙә битенә күҙ һәм ауыҙҙы буяҡ менән төшөрә инем. Хәҙер күҙҙәрҙе сигеп эшләйем, шулай матурыраҡ килеп сыға. Балаларҙа милли кейемдәре­беҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында башҡарған бәләкәй генә хеҙмәтемде ҙурлап ҡабул итеүҙәре – минең өсөн оло мәртәбә. Ҡурсаҡтар эшләү – ул күңел талабы, ҡул эштәре менән мауығып ултырыу үҙе бер ял бит ул, – тип ҡыуана Рәмзилә Ишбулатова. Бар яҡтан да һәләтле шул Рәмзилә ханым. Үҙе тегенсе, композитор һәм йырсы, кәрәк икән ирекмән дә ул. Артабан да тормош юлың уңышлы, эштәрең бәрәкәтле булһын. - Альбина ҠУДАШЕВА