Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V республика “Ҡанатлан!” белем биреү форумы үҙ эшен тамамланы. Сараның пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Форумдың икенсе көнөндәге фекер алышыу майҙансыҡтарында эш ҡыҙыу барҙы, сөнки һөйләшеү өсөн билдәләнгән темалар көнүҙәк ине. Мәҫәлән, майҙансыҡтарҙың береһендә педагогтар һәм эксперттар Башҡортостан мәктәптәрендәге кадрҙар дефициты, был проблеманы хәл итеү юлдары тураһында фекер алышты. РФ Мәғариф министрлығы вәкиле Сергей Антонов ошо мәсьәләгә бәйле әҙерләнгән махсус концепция тураһында һөйләне. Уҡытыусылар менән әңгәмә барышында ул айырым фәндәр буйынса әҙерлекте көсәйтеү, ихтыяж ҙур булған педагогик һөнәрҙәр буйынса маҡсатлы уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу тураһында әйтте. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов та үҙ сығышында ошо мәсьәләгә ентекле туҡталды һәм был тәңгәлдә муниципаль район хакимиәттәре етекселеген тура бәйләнештә эшләргә саҡырҙы. “Ҡанатлан!” форумында берҙәм инклюзив белем биреү киңлеге булдырыуға мәсьәләһе лә ентекле ҡаралды. Фекер алышыуҙа коррекцион белем биреү ойошмалары, урындағы үҙидара органдары, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡатнашты. Был йүнәлештә лә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, сығарылыш уҡыусыларына һөнәр алыуҙа булышлыҡ итеү һ.б. көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Бөгөн республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән һәм инвалидлыҡҡа эйә 32214 бала уҡый. Уларға лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн мәғариф етәкселеге һәм педагогик коллективтар тарафынан маҡсатлы эштәр башҡарыла. Быйыл Илеш, Ишембай һәм Сибай ҡалаларындағы коррекцион мәктәптәрҙе яңыртыу планға алынған. Фекер алышыуҙар барышында йәш быуындың сәләмәтлеген һаҡлауға, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә лә ҙур иғтибар бүленде. Был темалар пленар ултырышта ла дауам ителде, уларға үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та айырым туҡталды. Быға тиклем үткәрелгән “Ҡанатлан!” форумдарының береһендә мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыу башланғысы күтәрелгәйне. Бөгөн республиканың белем усаҡтарында 214 стоматология кабинеты эшләй. - Быйыл тағы 30 кабинет асасаҡбыҙ. Уҡыу йылы барышында барлығы 100 меңдән ашыу уҡыусы һәм 4 мең педагог ҡабул ителгән. 30 мең уҡыусы дауаланған. Элекке стоматология кабинеттарына ремонт яһауҙы ла күҙ уңында тотабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса Президент программаһына ярашлы уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн тейешле уҡыу һәм эш шарттары булдырыла, белем усаҡтары өр-яңы төҫ ала. Былтыр республикала 63 мәктәп яңыртылған. Быйыл 77 белем усағында капиталь ремонт башҡарыу планға алынған. Республика Башлығы Уҡытыусы һәм остаз йылында иң төп бурыстарҙың береһе – педагогтар өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, тип билдәләне. - Уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү өсөн байтаҡ эштәр башҡарабыҙ. “Ҡанатлан!” беренсе форумында йәш ауыл уҡытыусыларына ярҙам сараһы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйылдан башлап беҙ улар өсөн йыллыҡ гранттар һанын 25-тән 150-гә тиклем арттырҙыҡ. Быйылдан дәүләт һәм туған тел уҡытыусылары өсөн премиялар һанын ике тапҡырға – 100-гә тиклем арттырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ быйыл “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика конкурсы һәм “Туған телдә уҡытыу алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына ла премиялар булдырылыуын иҫкә төшөрҙө. Ошо ике конкурс еңеүсеһе - 50-шәр мең һум күләмендә, лауреаттар 30-ар мең һум күләмендәге премия аласаҡ. Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡтағы 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының педагогтары өсөн 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте. - Республика Хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушам. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр менән эшләүсе ҙур армия бар һәм уларға ярҙам итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ “Ҡанатлан!” форумы барышында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының беренсе форумын үткәрергә ҡарар ителде. Фото: "Башинформ" агентлығы.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә – 500 мең һумлыҡ гранттар!
7 апреля 20237 апр 2023
3 мин