Республика Башлығы Р.Хәбиров Башҡортостан хәрби комиссариатының 105 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Ул хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. "Беҙ бергәләшеп мобилизацияның ҡатмарлы юлын үттек. Туғандарҙы, дуҫтарҙы, хәрбиҙәребеҙҙе махсус хәрби операцияға оҙаттыҡ. Әле ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршылайбыҙ. Был да - ныҡ ҙур эш. Бергәләшеп бик ауыр миссияны ла үтәйбеҙ - һәләк булған батырҙарҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Һеҙгә республиканың власть органдары менән бергә һәләк булған яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткәнегеҙ өсөн дә рәхмәт", - тине ул сығышында. Халыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған туғандарының яҙмышын асыҡлау буйынса ярҙам итеүҙәрен дә айырып билдәләне. Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич Р.Хәбировҡа дөйөм һөҙөмтәле эш һәм Рәсәй Хәрби көстәренең шәхси составын формалаштырыуҙағы булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров республика хәрби комиссариатт