Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан райондарында урындағы власть вәкилдәре, ауыл биләмәләре активы, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән осрашыуҙар үткәрә. Күптән түгел Күгәрсен, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында ла ошондай саралар ойошторолдо. Күгәрсен районы хакимиәтендә акция сиктәрендә ҡунаҡтар потенциаль кандидаттарға хәрби хеҙмәттең абруйы, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең контракт буйынса алған перспективалары, социаль гарантиялары тураһында һөйләне. – Быға тиклем беҙ күбеһенсә ғәмәлдәге частарҙы комплектлау менән шөғөлләндек, ә 1 апрелдән ирҙәрҙе ирекле батальондарға һайлай башлайбыҙ. Беҙҙең алға ҡуйылған планды беҙ һәр ваҡыт үтәйбеҙ. Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында эшләй башлаясаҡ мобиль пункттарға таратыу материалдары (памяткалар, буклеттар һәм башҡалар) таратыласаҡ, шулай уҡ бөтә кәрәкле мәғлүмәт урынлаштырыласаҡ. Унда БР Йыйылыу пунктында уҡыу үткән волонтерҙар эшләйәсәк. Йәмәғәт ойошмаларын да йәлеп итәбеҙ. Хәрби комиссариат