Найти тему
Башҡортостан гәзите

Батырҙар миҫалында тәрбиәләйек

Күп кешегә ҡайғы-хәсрәт, илебеҙҙә ауырлыҡтар килтергән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдашым тураһында һүҙем. Ауылымда һуғыш еле ҡағылмаған бер йорт та юҡ. Бөйөк Еңеүгә инде һикһән йылға яҡын үтһә лә, һуғыш яралары һаман әрнетеп-әрнетеп иҫкә төшә. Тыл һәм һуғыш ветерандары инде барыһы ла Мәңгелеккә күскән, тик бына уларҙың һуғыш тураһындағы хәтирәләре иҫтән сыҡмай. Бер йорттан, ғаиләнән икешәр-өсәр ир-ат фронтҡа китеп, барыһы ла һуғыш яланында ятып ҡалғандары бар. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән өшөткөс хәбәр алып, ғүмерҙәре буйы көтөп, Мәңгелеккә күскән оло йөрәкле аҡ әбейҙәребеҙ ҙә бар ине. Һәр йортта уларҙың хәтирәләре һаҡлана. Еңеү көнөндә уларҙың балалары, ейәндәре, бүләләре “Үлемһеҙ полк”ка ҡушылып, уларға хөрмәт, дан күрһәтеп, ауыл урамдарынан үтә. Балаларҙы ватансыл, ил һөйөү рухында тәрбиәләгәс, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Ундай тәрбиә беҙҙә көслө булды. Бөгөн дә ошо йүнәлештә эште дауам итеү мөһим. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән мәғлүмәт алған Ибраһимовтар ғаиләһе башта шаңҡып ҡала. Сәйәхетдин һәм Ғилмизиян Ибраһимовтар ғаиләһендә 1924 йылдың көҙөндә тыуған Вәкил. 1942 йылдың октябрь айында ул Дәүләкән хәрби комиссариатынан һуғышҡа саҡырыла. Ун һигеҙ йәше генә тулған егет осоусылар курсына ебәрелә. Тиҙ арала осоу серҙәренә төшө­нөп, хәрби экипажға “воздушный стрелок” итеп тәғәйенләнгән. Ике йыл ярым кесе лейтенант Цетченко экипажында хәрби һауа һуғыштарында ҡатнаша. Кесе сержант званиеһына күтәрелә. 1943 йылда ВЛКСМ сафтарына алына. 1945 йыл, 25 апрель. Еңеү көнөнә ике аҙна ғына ҡалған көндәрҙә Берлин юлында бигерәк тә ҡаты алыштар бара. Дошманды үҙ ояһына баҫтырып баралар. Дошман ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә. Иртәнге сәғәт 9-ҙа штабтан килгән күрһәтмә буйынса 99 самолет һауаға күтәрелә, ер ғәскәрҙәрен һаҡлау һәм дошман ғәскәрҙәрен ҡыйратыу өсөн ҡаты алыш башлана. Ошо осоштан ҡайта алмай яҡташыбыҙ Вәкил Сәйәхетдин улы Ибраһимов. Еңеү көнөнә бары ике аҙна ғына ҡалғас, хәрби осошта өҙөлә уның ғүмере, 21 генә йәшендә иле өсөн, тыуған ере өсөн ғүмерен бирә йәш һалдат. Ә әсә кеше көтә, “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәргә ышанмайынса, юлдан алмай күҙен. Үлем хәбәре килгәндәр ҙә ҡайтып кергән осраҡтар булғас, өмөтөн һүндермәй ул. Тик көтөп ала алмай һөйөклө улын, мәңгелеккә күсә. Ә бына 76 йылдан һуң ғына уның батырҙарса һәләк булыуы асыҡлана. Ҡыйыу яҡташыбыҙ Польша ерендә Пруш Гданьски ҡалаһында Совет Армияһы яугирҙәре зыяратында ерләнгән. Туғандар ҡәберлегендә барлығы 2480 яугир исеме теркәлгән. 2480 яугир! Әйтеүе генә лә ауыр: кемдәрҙеңдер ҡәҙерле ирҙәре, туғандары, атайҙары, улдары… Хәрби осоштан ҡайтмай яҡташыбыҙ, батырҙарса һәләк була. Ундай батыр, ҡыйыу егет нисек инде хәбәрһеҙ юғалһын! Оҙаҡ йылдар үтһә лә, даны ҡайтты ауылға, ҡыйыу батырлығы ҡайтты. Билдәһеҙлек бөгөн ауыр йөк булып ятмай күңелдәргә. “Бәлки…” тигән өмөткә таяна туғандары. Вәкил Ибраһимовтың яҙмышына битараф ҡалмай, күп эҙләнеүҙәрҙән һуң, уның бер туған ағаһы Заһиттың улдары Фәнүр менән Айҙар Ибраһимовтар хәрби архивтан эҙләп таба ағайҙарын. Мең рәхмәт уларға! Батыр ағайҙарын эҙләп табып, ауыл халҡына ошо хаҡта мәғлүмәт еткерҙеләр. Ауыл бит ул – бер ҙур ғаилә. Бында бөтәһе лә уртаҡ: шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Ошо туғанлыҡ хисе, тойғоһо йәшәтә ауылды. Туғанлыҡ сылбыры ныҡ. Ошо рухи ептәр өҙөлмәһен. Бер шатлыҡты биш итеп, бер ҡайғыны юҡ итеп йәшәй ауылдаштар. Хәрби архивтан алынған документта “Хәрби осоштан ҡайтманы” тигән юлдарҙы уҡығас, йән өшөп китте, тамаҡҡа төйөр тығылды, әйтерһең дә, был хәл кисә генә, яңы ғына булған. Ә фотонан шундай йәш, сибәр егет, хәрби осоусы ҡарай. Ә арала 77 йыл ята… Ошондай батырҙар миҫалында тәрбиәләргә кәрәк йәш быуынды! - Гөлшат САМАТОВАДәүләкән районы, Мәкәш ауылы