Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғын хәүефе янаған райондар исемлеге билдәле

7 апрелгә ҡарата Башҡортостан Республикаһының урман фондында 2-се, 3-сө класлы янғын хәүефе янай. 2-се класс янғын хәүефе Федоровка районында һаҡлана. 27 муниципаль районда 3-сө класлы янғын хәүефе янай: Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө ҡала округы. Уҙған тәүлектә 29,927 гектар майҙанда 26 ҡоро үлән янғыны теркәлгән. 2023 йылдың башынан (07.04.2023 йылға ҡарата) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 77,1862 гектар майҙанда 109 ҡоро үлән янғыны теркәлгән. Быйыл яҙ көтөлмәгәнсә алдан килде, ҡар ҙа ҡапыл иреп бөттө. Был иһә тәбиғи янғындар хәүефен арттырҙы. Шуға ла тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда һаҡ булырға, тәмәке төпсөгөн ташламаҫҡа, ут яҡмаҫҡа кәңәш ителә. Фото: mchsrb