Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сибайҙың инвестиция проекты күләмле тип танылды

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Сибайҙа төбәк Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында мәғдән сығарыу һәм байыҡтырыу буйынса предприятиеның эшмәкәрлек процесында техноген бысраныу алған ерҙәрҙе рекультивация буйынса инвестиция проекты масштаблы тип танылды. Проектҡа ошо статусты биреү тураһында ҡарар сираттағы «Инвестиция сәғәте» барышында әйтелде. Инициатива Сибай ҡалдыҡ һаҡлағысын рекультивациялауҙы, боҙолған ерҙәрҙең уңдырышлылығын һәм биологик продуктлылығын, тирә-яҡ мөхит шарттарын тергеҙеүҙе, шулай уҡ техноген минераль сеймалды эшкәртеүҙең иң ҡулай технологияһын һынап ҡарауҙы күҙ уңында тота. - Проектты тормошҡа ашырыуға 1,6 миллиард һум самаһы йүнәлтеләсәк һәм 87 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Инвестор ҡалдыҡтарҙан файҙалы компоненттар алыу, шулай уҡ карьерҙарҙы рекультивациялау өсөн продукт етештереү һәм транспортлау буйынса комплекс төҙөргә ниәтләй. Был тау-байыҡтырыу производствоһы ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн ҙур майҙандар бүлмәйенсә тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк, - ти Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда проект Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Күләмле проектты таныу өсөн бер нисә талапҡа тап килергә: төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелергә һәм кәмендә 25 эш урыны булдырырға тәҡдим итергә тейеш. Бынан тыш, проект инициаторы уның хаҡынан 50% кәм булмаған күләмдә финанслау мөмкинлеген раҫларға тейеш. Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru