Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә барлыҡ илебеҙ ярҙамға күтәрелде. Кемдең ҡулынан нимә килә, береһе лә ситтә ҡалырға тырышмай. Аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ мәнән дә район-ҡалаларҙан ярҙам өҙөлмәй. Көйөргәҙе районына эш сәфәрендә Свобода ауылынан махсус хәрби операциялағы егеттәргә тимер мейестәр эшләүсе оҫта Ишйәр Йомағолов менән күрешеү форсаты тейҙе. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән мейестәре, һалҡындар мәлендә үк һалдаттарға оҙатылған. “Һөнәрленең ҡулы алтын” тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Ғүмер буйы иретеп йәбештереүсе булып эшләгән замандашыбыҙ оҫталығын 80 йәшкә етеп килгәндә лә юғалтмай, хаҡлы ялға сыҡҡас та һөнәренең файҙаһын күрә. Сығышы менән Ейәнсура районынан булған әңгәмәсемде яҙмыш елдәре Көйөргәҙе тарафтарына килтерә. Армияға тиклем һөнәрселек училищеһында белем ала, хеҙмәт юлын Орскиҙа заводта слесарь булып башлай. Ғаилә ҡороп, Свобода ауылында төпләнеп ғүмер итеүенә лә хәҙер 40 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ишйәр Хәбибулла улының иретеп йәбештереүгә оҫталығын тирә-яҡта бел