Федоровка районының Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Батыр ауылы элек-электән көрәшселәре менән данлыҡлы булған. Ләкин был мәҡәләбеҙҙә көрәшселәр тураһында түгел, ауылдың төҙөклөгө, матурлығы өсөн йән атҡан шәхестәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Республикала иғлан ителгән Атайсалға файҙалы эштәр йылы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Атайсал” проекты ла ошондай шәхестәрҙе күрһәтергә, изге эштәргә юл асырға маҡсатланған. Сығышы менән Батыр ауылынан булған, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәгән Вилдан Аҡсурин тыуған ауылы өсөн йән атып йәшәгән ир-уҙамандарҙың береһе. Ауылдарыбыҙ үҫһен, күркәмләнһен өсөн һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тигән фекерҙә ул. Ошо ауылда мәктәптә белем алғандан һуң ситкә сығып китә. Өс йыл армияла хеҙмәт иткәс, Салауат нефть химияһы комбинатында эш башлай. Ваҡыт үтеү менән ғаилә ҡороп ошо ҡалала төпләнә, 43 йыл хеҙмәт итеүе осоронда уға участка начальнигы ла булып эшләргә тура килә, оҙаҡ йылдар комбинаттың профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын да башҡара. Шулай уҡ Вилдан Фәйзулла улының ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыу тәжрибәһе лә бар. Ғүмер буйы йәнтөйәгенән алыҫта йәшәһә лә, Батыры менән бәйләнеш бер ваҡытта ла өҙөлмәй. Үҙенең тыуған ауылына файҙа килтереү тураһындағы уй күңеленән сыҡмай. Батырҙа ауылға йәм биреп ултырған иҫ киткес ҡотло мәсет бар. Тыштан да күркәм, эске яғынан да нур бөркөп торған һымаҡ. Вилдан Фәйзулла улы әйтеүенсә, Батырҙа элек-электән мәсет эшләгән, дин көслө булған. – Үҙем дини ғаиләлә үҫтем. Ике яҡтан да өләсәйҙәрем дини яҡтан ғилемле ине. Атайым менән әсәйем көндәр буйы колхозда эштә булды, мин өләсәйҙәремдең тәрбиәһен күреп, доғалар ятлап үҫтем. “Атай-әсәйгә ҡаршы һүҙ әйтмә”, “Ололарҙы олола” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлар инеләр. Икмәккә ҡәҙерле мөнәсәбәт тә бала саҡтан һалынды. Аяҡ өҫтө йөрөп ашау күренеше ят булды, валсығын да төшөрмәҫкә тырыша инек, – тип һөйләп алды бала сағын әңгәмәсем. Сабый сағынан күңеленә изгелек орлоҡтары сәселгәнгә лә ваҡыт үтеү менән дингә ҡыҙыҡһыныуы арта ғына бара. Дини ғилем алыу маҡсатында олоғайғас Өфөлә Рәсәй Ислам университетында ситтән тороп белем ала. Ауылдарындағы мәсеткә капиталь ремонт кәрәк булғас та ситтә ҡалмай, быны хәстәрләүҙе үҙ иңенә ала. Ул ваҡытта мәсеттең имам-хатибы бурысын атаһы башҡарған була. Үҙе эшләгән предприятие тарафынан да ярҙам күрһәтелә. Һөҙөмтәлә күмәк тырышлыҡ менән мәсеттең ҡыйығы алмаштырыла, эске һәм тышҡы яҡтан матурлана, йылытыла. – Был бергәләп башҡарылған эш. Ауылыбыҙ халҡының шул тиклем берҙәм, татыу булыуы менән ғорурланам, – тип ауылдаштарына, ошо эшкә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә лә рәхмәтен белдерҙе әңгәмәсем. Әйткәндәй, был мәсеттең имам-хатибы булып быға тиклем бер туған ағаһы эшләһә, бөгөнгө көндә Вилдан Фәйзулла улы ошо вазифаны үҙе башҡара. – Салауатта йәшәһәм дә, тыуған ауылыма юл өҙөлмәй. Аҙна һайын йома намаҙҙары уҡыйбыҙ. Йәштәр никах уҡытырға килә, сабыйҙарға исем ҡушабыҙ. Ғәйет байрамдарында халыҡ айырыуса күмәк йыйылып китә, – тине имам-хатип. Вилдан Аҡсуриндың башланғысы менән күптән түгел йәнә бер изге эш башҡарылған – ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған. – Элек ауылға ҡайтҡанымда мәктәптә, клубта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыма арналған стендтарҙы күрә лә уйға ҡала торғайным. Беҙгә тыныс тормош, матур донъя бүләк иткән һалдаттарға ҙурыраҡ ихтирам белдерге килде – уларға һәйкәл ҡуйып, исемдәрен мәңгеләштереү уйы йәшәне. Был тәҡдимемде ауыл старостаһы Рәфҡәт Аҡсурин менән фермер Илһам Аҡсурин да күтәреп алды. Шулай итеп эш ҡуҙғалды. Ауыл хакимиәте, башҡа ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған плитәләрҙе эшләтеүҙе үҙем хәстәрләнем. Шулай итеп Еңеү һалдаттарына ихтирам билдәһе булып бөгөнгө көндә мәсет эргәһендә обелиск ҡуйылды, – тине Вилдан Фәйзулла улы. Киләсәккә пландары менән дә бүлеште батырҙар. Уларҙың береһе – обелиск эргәһендә балалар майҙансығы булдырыу. Бының да үҙ маҡаты бар – уйнарға килгән балаларға ата-әсәһе һәйкәл, яугирҙәр тураһында һөйләһә, мәсетте күрһәтһә, үҙе бер тәрбиәүи ғәмәл булыр ине. Әйтергә кәрәк, Батыр ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 54 яугир һәләк булған, 57-һе тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөнгө көндә иҫән ветерандар ҡалмаған. Еңеү һалдаттары иҫтәлегенә һәйкәл эргәһендәге биләмәгә 111 төп ағас ултыртыу ҙа – киләсәккә билдәләнгән изге ниәттәрҙең береһе. – Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә тыуған ауылды онотмайыҡ. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли ризыҡтарыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлаған ауылдар йәшәргә тейеш, – Вилдан Аҡсуриндың был һүҙҙәрендә тәрән илһөйәрлек тойғолары сағыла. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА Федоровка районы.