“Хаҡлы ялда булһам да, эшләүемде дауам итәм. Үҙемдең хоҡуҡтарымды ла белергә ине... Я. ФӘЙЗУЛЛИН”. – Рәсәй Һалым кодексының 407-се статьяһына ярашлы, пенсионерҙар милеккә һалымдан азат ителә. Әммә ул бер типтағы күсемһеҙ милектең бер объектына ғына ташламаға хоҡуҡ бирә. Өҫтәүенә Рәсәй Һалым кодексының 391-се статьяһында әйтелеүенсә, ер һалымын алты сутый ергә генә түләмәү рөхсәт ителә. Тағы был ташлама бер участкаға ғына ҡаралған. Тағы Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһында яҙылыуынса, 70 йәше тулып уҙған пенсионерға капиталь ремонт өсөн сумманың яртыһы компенсациялана. 80 йәш тулһа, был сумма тулыһынса алынмай. Шул уҡ ваҡытта фатир йәки йорт оло йәштәге кешенең шәхси милкендә булырға, ул үҙе унда яңғыҙ йәки инвалидлыҡ алған йә пенсионер туғандары менән йәшәргә тейеш. Эшләп йөрөгән пенсионер иһә хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бәйле барлыҡ өҫтәмә ташламаларға, үҙ иҫәбенә өҫтәмә отпускыға (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһы) хоҡуғы бар. Эштән киткәндә лә мотлаҡ ике аҙна эшләү тигән шарт уларға ҡағылмай. Айһылыу НИЗАМОВА